+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общество
21 Май 2019, 12:54

Башҡа мәҙәниәткә ҡарата ихтирам үҙеңдекенә ҡыҙыҡһыныуҙан башлана

Туймазы районы башҡорттары Ҡоролтайының отчёт-һайлау конференцияһы үтте

Туймазы районы башҡорттары Ҡоролтайының отчёт-һайлау конференцияһы үтте
Туймазы районындағы ижади, дуҫтарса мөхит милли мәҙәниәтте өйрәнеү, үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән бик күп сағыу проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Күптән түгел үткән Туймазы районы башҡорттары Ҡоролтайында башҡорт йәштәрен тыуған мәҙәниәтенә йәлеп итеү өсөн нимәләр эшләнеүе һәм күҙҙә тотолоуы тураһында һүҙ барҙы.
Осрашыу ҡаланың музыка мәктәбендә ойошторолдо. Сара башланыр алдынан ҡатнашыусылар урындағы музей ынйылары, Ольга Сафонова һәм Зөлфиә Краснованың ғәмәли-биҙәү сәнғәте эшләнмәләре менән танышты.
Сара барышында Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы аппараты етәксеһе Заһир Ишкин ойошманың бөгөнгө бурыстары һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н булдырыу өҫтөндә барған эш тураһында телгә алынды. Проект V Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына әҙерләнә һәм эксперттар ҡатнашлығында башҡарыла. был проектҡа республика халҡы, төбәгебеҙҙән ситтә йәшәгән яҡ-таштар ҙа үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. Башҡорт халҡының тормошо 20-30 йылдан һуң нисек үҙгәрәсәк? Демография эшмәкәрлеге ниндәй үҙгәрештәр кисерәсәк? Башҡорт милләтен быуаттар дауамында һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?” Стратегияла был һорауҙарға яуап табылырға тейеш. Заһир Ишкин билдәләп үтеүенсә, был документ матурлыҡ өсөн түгел, төрлө йүнәлештәге дәүләт программалары өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
Тарихсы, журналист, күп томлы “Башҡорт ырыуҙары тарихы” авторы Салауат Хәмиҙуллин ғилми эҙләнеүҙәре һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Тарихты өйрәнмәй тороп, йәштәрҙә милли үҙаң тәрбиәләү мөмкин түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Милли мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, үҫеп килеүсе быуында башҡорт теленә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләү мәсьәләләре тураһында район Хакимиәтенең мәғариф идараһы начальнигы Айгөл Әхмәтова бәйән итте.
Башҡорт фольклорының тулы ҡанлы үҫеше һәм уны өйрәнеүгә Туймазы йәштәрен йәлеп итеү тураһында район Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рамзин Әбсәләмов сығыш яһаны.
Туймазы районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина район Ҡоролтайының былтырғы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы, “Башҡорт халҡының үҫеше стратегияһы”н булдырыу өсөн төбәк ойошмаһы тормошҡа ашырырлыҡ тәҡдимдәрҙе телгә алды. Улар араһында йәштәрҙе тыуған мәҙәниәткә йәлеп итеү эше байтаҡ урын биләй. Атап әйткәндә, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, әҙәбиәтте әлегә аҙ белгән, шулай ҙа ҡыҙыҡһыныу белдергән кешеләр менән эшләү ул.
Конференцияла башҡорт йәштәре менән эште камиллаштырыу, сәмләндереү, башҡорт халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәрҙе ватанға тоғролоҡ рухында тәрбиәләү, Башҡортостанда халыҡтар араһында татыулыҡты нығытыу эшен күҙҙә тотҡан резолюция ҡабул ителде.
Район Ҡоролтайы башҡарма ко-митетының рәйесе кандидатураһы өсөн сираттағы тауыш биреүҙә күпселек тауыш менән ҡабат Гәүһәр Фазуллина һайланды. Унан һуң конференцияла ҡатнашыусылар V Бөтә донъя Ҡоролтайына районыбыҙ-ҙы тәҡдим итәсәк делегаттарҙы һайланы.
Читайте нас: