Шаран яҡтары бик күп билдәле шәхестәрҙең төйәге. Уларҙың исемдәре башҡорт донъяһы күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Бәрәкәтле, илһамлы Шаран яҡтары бөгөн дә башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен яңы исемдәр менән байыта.
Әҙәбиәтебеҙ күген балҡытҡан яҙыусыларыбыҙ Йософ Гәрәй, Закир Һаҙый, Ибраһим Абдуллин, Зарема Әхмәтйәнова, Нурия Измайлова, Лилиә Сәғиҙуллина, сәнғәт күге йондоҙҙары Фән Вәлиәхмәтов, спорт бәйгеләрендә балҡыған Рима Батталова һәм башҡа өлкәлә Башҡортостан үҫешенә төс өлөш индергән батыр ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ барыһы ла ошо бәрәкәтле Шаран ерендә тыуып, Сөн һәм Ыҡ һыуын эсеп үҫкән.
Йомаҙыбаш ауылының талант-тарға байлығының сере нимәлә икән? Күптәре уның һыуында тиҙәр. Жюри ағзалары – райондың үҙәк мәҙәниәт йорто методистары Рәүфә Дәүләтова һәм Лариса Сәфәрова ла, сығыштарыбыҙҙы ихлас ҡарап, тыңлап, ошондай фекергә килде.
Кисәбеҙ Зәкир сәсән (Илшат Имамиев) һәм Оло инәйҙең (Лиә Фәхретдинова) ҡорға йыйылған халыҡтарҙы сәләмләп, гүзәл иле-беҙ Башҡортостанды данлаған, ололаған һүҙҙәре менән башланып китте. Артабан сәхнә түренә бер-бер артлы артистарыбыҙ сыға торҙо.
Октябрьский ҡалаһында белем алыусы студент ҡыҙыбыҙ Алһыу Нәбиуллинаның саф башҡорт телендә һәм шул тиклем тасуири итеп "Урал батыр" эпосынан өҙөк һөйләүе үҙе бер тамаша булды.
Артистарыбыҙ араһынан иң йәш сығыш яһаусы "Аҡ ҡайын" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре "Ҡурай" әкиәтен сәхнәләштерҙе. Балалар һәр береһе үҙ ролен шул тиклем ихлас башҡарҙы! Ул костюмдары килешле, декорацияға килгәндә "Афарин!" – тиергә генә ҡала. Әкиәтте сәхнәгә Гөлназ Ғәбдрәҡипова һәм Зәлиә Сәлимгәрәева ҡуйҙы.
Өфө сәнғәт институтында белем алыусы йәш йырсыбыҙ Динара Нуруллина "Илкәйем" йырын башҡарғанда күңелдәр моңға тулды. Иленә булған мөхәббәт, йылы мөнәсәбәт, шул уҡ ваҡытта тыуған төйәк алдындағы бурыстар... Бөтәһе лә яңғырай ошо матур йырҙа. Йырҙы ошондай ҙа аһәңле итеп башҡарыуҙы, бәлки, көнө-төнө тыңларға ла булалыр ул. Тыны иркен, күкрәгенә һалып, рәхәтләнеп йырланы Динарабыҙ.
Салмалы ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килеүсе "Аҡ шишмә" халыҡ фольклор ансамбле артистарының "Орсоҡ байрамы" һәр тамашасының күңеленә хуш килде.
Дания Шәрифуллина, Салауат Миндеяров, Рөстәм Хәбиров, "Дуҫтар", "Умырзая", "Аҡ шишмә" ансамблдәре башҡарыуындағы йырҙар тамашаны киң фекерле, төрлө тематикалы итте. Ҡыҙҙар башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр, байрам кисәһенә тағы ла йәм өҫтәне.
Бер тында үткән концерттың сәнғәт юғарылығы, зауығы ту-раһында ниндәйҙер һүҙ әйтеү ҙә урынһыҙ. Был сараның үҙен күрергә кәрәк. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың сәнғәт мираҫы булған байлыҡтарыбыҙҙың береһен күтәреп йөрөр йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ, һүҙ оҫталары бар! Шиғри һүҙе, моңо булған халыҡтың киләсәге өмөтлө. Моң – ул хис кенә түгел, ул аң зирәклеге, ғәм, сәм, рух юғарылығы, быуындар сылбыры. Нисек кенә булмаһын, мәҙәниәт – ул рухи байлыҡ, милли ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлау, үҙ-ара мөнәсәбәт, кеше менән аралашыу, матурлыҡҡа ынтылыу. Эйе, күңел күтәренкелеге, хистәр йәйғоро, шатлыҡ, таҙарыныу йәштәре бүләк иткән ошондай кисәләр рухиәтебеҙҙе байыта, көндәребеҙҙе нурлы, йырлы итә. Ошондай матур башланғыс һүнеп ҡалмаһын, дауам итһен ине тигән изге теләктә ҡалам.