Сара Масленица ҡурсаҡтары – “Барыня – Сударыня” бәйгеһе ҡатнашыусылары тантанаһынан башланып китте. Майҙан буйынса үтеп барыусыларҙың һоҡланғыс ҡараштарын йыйып, һалмаҡ ҡына мөһабәт һылыуҙар уҙҙы – шаян һәм бойоҡ, хәйләкәр һәм эскерһеҙ, ҡылансыҡ һәм ябайҙар... Ҡоймаҡ ҡойоп, самауыр шыжлатып, ҡайнатма, бал алып килгән, эреле-ваҡлы керәндилдәр аҫҡан ҡунаҡсыл, йорт йәнле хужабикәләр ҙә урынлашҡан ине бында. Зауыҡ менән биҙәлгән табындар һый-хөрмәттән һығылып торҙо – ҡала халҡы уларҙы уратып алып, һоҡланды, хужабикәләрҙе маҡтай-маҡтай ризыҡтарҙан ауыҙ итте.
Был ваҡытта майҙанда сағыу, күркәм байрам башланды – шамаҡайҙар ҡысҡырып, халыҡты йыйҙы, уларҙың күңелен асты, сәхнәлә Халыҡтар дуҫлығы йорто коллективтары сығыш яһаны. Ҡаланың Мәҙәниәт йорто ла байрам программаһын тәҡдим итте.
Ғәҙәттәгесә, Масленица ҡарас-ҡыһын яндырыу халыҡ байрамы кульминацияһына әүерелде. Ялҡын телдәре, ҡарасҡыны ялмап, өҫкә үрләне. Ҡала халҡы оҙаҡҡа һуҙылған ҡышты оҙатты һәм, яҡшыға юрап, шатланып яҙҙы ҡаршы алды – ул беҙгә яҡтылыҡ, яңы өмөттәр вәғәҙә итте.