Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Бүздәк районында телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Дәрестәрҙә туған тел уҡытыусылары балаларға те-лебеҙҙең иң ҡәҙерле байлыҡ икә-нен шағир-яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәре миҫалында өйрәтә. Шулай уҡ төрлө тәрбиәүи саралар ҙа ойошторола районыбыҙҙа. Ошондай са-раларҙың береһе февраль айының һуңғы көндәрендә район Мәҙәниәт йортонда үткәрелде. “Теле барҙың – иле бар!” тигән девиз аҫтында үткән был сара, ысын мәғәнәһендә, Туған телдәр фестивале булды. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында сараға килгән
һәр ҡунаҡты уҡыусыларҙың рә-семдәре һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡаршы алды. Был саранан шулай уҡ ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы – Бүздәк районында йәшәгән һәр милләт вәкиле – башҡорт, татар, рус, мари, әзербайджан, инглиз, таджик, француз, әрмән, езид (ҡурдт этноконфессия төркөмө) – үҙенең милли йолаларына презентация эшләп, аш-һыуын, ҡул эштәрен әҙерләп, жюри ағзалары иғтибарына тәҡдим итте.
“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай”. ошондай матур һүҙҙәр менән башланып китте сараның икенсе өлөшө. Был өлөштә, иһә, һүҙҙе уҡыусылар һәм уҡытыусылар тотто.
Сәхнәлә аҡ селтәр ябылған бишек бәүелә. Унда аҡ биләүгә биләнгән бала ята. Ул бәүелгән һайын бишек йыры ишетелә. Тик ул бер телдә генә түгел, ә төрлө телдә йырлана. Әммә бишек йыры – ябай йыр түгел ул, баланың туған теленә ихтирамы тап шунан башлана. Бына сәхнәгә, төрлө милләт балаларын етәкләп, Оло инәй сыҡты. Мостай Кәримдең Оло инәһе, милләтебеҙҙең Оло инәһе. Уның менән сыҡҡан балалар башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, инглиз, француз, немец, таджик, үзбәк, әзербайджан, езид, әрмән телдәрендә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. “Васыят әйтер, өгөт бирер өсөн йыйманым мин һеҙҙе, балалар. Сәңгелдәктә ятып, имеҙлек имгәнегеҙгә лә бары фатихамды яңыртам, теләктәремде генә ҡабатлайым: бер-берегеҙгә игелек күрһәтегеҙ, үҙегеҙ игелек күрерһегеҙ. Онотмағыҙ шуны!”– тип үҙ теләктәрен әйтте Оло инәй.
Әсә ҡарынында бала ярала. Ул әле бер нәмә лә белмәй ҙә, күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Әммә ул әле үк бер нәмәне тоя: моңдо – әсәһе моңон. Был моң уны ғүмере дауамында оҙатып барасаҡ. Тыуғас та уны бишек йыры сорнап ала. йыр кеше күңеленә бына шулай килеп инә. Йыр – кешенең ғүмерлек юлдашы. Күңелендә йыр йөрөткән кеше насарлыҡ, енәйәт, гонаһ ҡылмаҫ, тигән боронғолар. Был сараны шул тиклем матур йырҙар оҙатып барҙы. Сәхнәлә хәҙерге заман йырҙары менән бер рәттән халыҡ йырҙары ла яңғырауы күңелгә бер дауа булды. Л. Бикмәев, Ф. Мөхтәруллин, Элина һәм Эльвина Халиҡовалар,
А. Ғайнанова, Г.Ғайсина, Н. Хәлито-ва, И. Хаматшина башҡарыуында-ғы йырҙарҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
“Ташлама утты, Прометей!”, “Ҡыҙ урлау”... Был сәхнә әҫәрҙәрен халыҡ һәр заманда ла яратып ҡарай. Мостай Кәрим поэзияһының һәм драматургияһының иң яҡшы өлгөләре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә. Халыҡ шағирының әҫәрҙәре 24 телгә тәржемә ителгән. Тимәк, уны Башҡортостанда, ғына түгел, унан ситтә лә яратып уҡыйҙар, ихтирам итәләр. Ҡайсын Кулиев: “Әгәр мин Башҡортостан тураһында Мостай Кәримдең китаптарынан башҡа
китап уҡымаһам, Мостайҙан баш-ҡа бер башҡортто ла күрмәгән хәлдә лә, мин Башҡортостанды һәм уның халҡын беләм тип иҫәпләр инем…”, – тип яҙған. Быйыл бөйөк әҙиптең тыуыуына 100 йыл тула. Был сарала М.Кәримдең “Айгөл иле”, “Ауыл адвокаттары”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде.
Беҙ ғүмер буйы Ғабдулла Ту-ҡай менән бергә йәшәйбеҙ. Кес-кәй саҡтан бәләкәй Апушты ҡыҙғанабыҙ, Шәрифә ҡарсыҡты яуыз, тибеҙ. Беҙ үҫкән һайын Туҡай үҫә, ул үҫкән һайын – беҙ. Йәнебеҙ уның шиғырҙарынан, ул тыуҙырған ғәжәйеп донъянан айырыла алмай. Татар халҡының күренекле әҙибе Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәренән күренештәр, рус хал-ҡының бөйөк шағиры Александр Пушкин әкиәттәрен хәҙерге заман күҙлегенән ҡарау бәхете лә татыны тамашасыларға.
Ошондай сихри мәлдәрҙең аҙағы ла яҡынлашты. Һәр бәйгенең, сараның еңеүсеһе, еңелеүсеһе була. Баһалама ағзалары алдынғыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, был сарала ҡатнашҡан бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.
“Алтын йыйма, йорттар ҡуйма,
Мираҫҡа тип балаңа
Иң ҡәҙерле мираҫ итеп
Туған телең бир уға.
Онотмағыҙ, был донъяла
Иң ҙур бүләк бер генә,
Көмөш сыңлы, талғын моңло
Ғәзиз туған тел генә”, – тип өндәште Оло инәй барыһына. Сара “Туған тел” йыры менән тамамланды.
Байрамды ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Сөнки милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Һәм һәр кеше үҙ туған телен белергә тейеш. Әгәр беҙ туған телебеҙҙе онотһаҡ, юғалтһаҡ, шишмәләрҙе тамыры менән күсереп булмағандай, бер телде лә башҡа урындан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.