Уҡыусылар был эште нимәнән башларға тейеш, ҡайҙан мәғлүмәт тупларға? Ошо һәм башҡа бик күп шәжәрә төҙөү серҙәрен асып бирҙе китапханасылар.
Асыҡланыуынса, уҡыусылар-ҙың күбеһе быға тиклем үҙ ырыуҙарын тикшереп өлгөргән дә инде. Иң башта улар туғандарының фотоальбомдарына, хаттарына, төрлө документтарына һәм иҫтәлектеренә таянып эш башлаған. Һуңынан күптәре олатай, өләсәйҙәре, ата-әсәләре менән әңгәмәләшкән. Бөгөнгө семинарҙа күрһәтелгән яңы алымдарҙы ҡулланып, улар үҙ тикшеренеүҙәрен тәрәнәйтә аласаҡ. Быға «Нисек шәжәрә төҙөргә» тип аталған видеоролик та ярҙам итәсәк, әлбиттә. Иң мөһиме, был эштең еңелдән булмауын, ләкин ҡыҙыҡлы икәнен аңланы улар. күптәр, мауығып, быуындарын барларға тотондо.