+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Апрель 2019, 17:16

Рухи матурлыҡтың йәше лә, сиге лә юҡ

Икһеҙ-сикһеҙ Урал урмандары. Ошонда, башҡорт ерендә, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында минең өләсәйем Шакирә Варисова тыуған.

Икһеҙ-сикһеҙ Урал урмандары. Ошонда, башҡорт ерендә, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында минең өләсәйем Шакирә Варисова тыуған.

Ул – һуғыш осоро балаһы. 1942 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға ауаз һалған. Уның биш ағайы һәм өс апаһы булған. Үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һәм берҙәмлек уларға һуғыш йылдарындағы бөтә ауырлыҡтарҙы кисерергә ярҙам иткән. Ҡул ҡоралдары менән бойҙайҙан он тартҡандар, урман-яландарҙа еләк, йыуа йыйғандар. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә бәйләм бәйләгәндәр, сиккәндәр.

Һуғыш үтеп киткән. Өләсәйемдең атаһы фронттан яраланып ҡайтҡан. Уға эшендә инде үҫеп еткән улдары ярҙамлашҡан. Силәк, самауыр, сәйнүк, сүместәр төҙәтеп, икмәк-һөткә, онға аҡса эшләгәндәр. Әкренләп тормош яйға һалына башлаған.

Бер ваҡыт олатай өйҙәренә түңәрәк радио алып ҡайтҡан. Мөғжизә бит был! Өйҙә музыка, яңылыҡтар яңғыраған, хатта спектакль тыңлап булған. Ҡайһы берҙә механик килеп кино күрһәткән. Был үҙгәрештәр йоғонтоһонда өләсәйем ғүмерлеккә халыҡ йырҙарына, музыкаға, сәнғәткә ғашиҡ булған.

Ҡышын күрше ауылдағы мәктәпкә галош кейеп йөрөгәндәр. Ҡыштар һыуыҡ, көрттәр бейек булған. Уҡыр өсөн ҡыҙ-бала көн һайын ун километр йәйәү атлаған. Уҡыу теләге шундай көслө булған! Был йылдарҙа ҡыҙҙың белеме генә артмаған, холҡо ла сыныҡҡан. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға ингән. Математика факультетында бер йыл уҡығас, күңеленең сәнғәткә тартылғанын аңлап, Башҡорт мәҙәниәт училищеһына күскән. Дирижер-хор бүлегендә белем алған.

Студенттарға эшкә юллама биреү ваҡыты еткән. Өләсәйем республикабыҙҙың алыҫ районына барырға теләгән. Башҡортостандың иң гүзәл ерҙәренең берһендә йәшәүсе ҡыҙҙың был теләгенә комиссия аптырай. Шулай ҙа ул туған Бөрйән районына ҡайтып, хеҙмәт юлын район үҙәгендә башлай. Ике йыл үтеп тә китә. Сит яҡтарҙы күреү теләге ҡыҙға тыңғылыҡ бирмәй. Уның иптәш ҡыҙы эшкә Йәрмәкәй районына ебәрелгән була. Һәм уның хатынан ул ундағы матур табиғәт, ҡунаҡсыл, яҡшы кешеләр тураһында белә. Иптәше уны килеп, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм, оҡшаһа, эшкә ҡалырға саҡыра.

Өләсәйем, әйберҙәрен йыйып, ҡунаҡҡа барам тип, бөтөнләйгә китә...

Шулай итеп ул Йәрмәкәйҙең утын менән йылытылған ағас клубында эш башлай. Костюмдар ҙа, гармунсы ла булмай. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, йыр, бейеү, театр түңәрәктәре ойоштора. Баянсылар таба. Эш ҡайнай башлай! Һәләтен, кешеләргә ҡарата ихласлылығын, ҡуйылған бурыстарға яуаплы ҡарашын күреп, 23 йәшлек ҡыҙҙы район Мәҙәниәт йорто директоры итеп ҡуялар. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә эш башҡарһа ла, ул үҙ тирә-яғында ижади атмосфера тыуҙыра, йәштәрҙә сәнғәткә ҡарата мөхәббәт, сәхнәгә ҡарата ихтирам тәрбиәләй.

Ул бик күп конкурстар, бейеү, яңы ижади проекттар авторы була. 15 йылдан иҫке клуб урынында ҙур Мәҙәниәт һарайы төҙөлә. Унда ул 30 йыл хеҙмәт итә. Нисәмә концерт, спектакль уның иҫәбендә! Бик күп йәрмәкәйлеләр быуынының яратҡан артисы. Әле лә өләсәйем сәхнәгә сыҡҡанда уға баҫып ҡул сабалар! Артист өсөн был иң ҙур бәхет түгелме һуң? Ул – ысын халыҡ артисткаһы! Беҙҙең өйҙә сикһеҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, дипломдар һаҡлана. Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Шакирә Варисоваға “Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Башҡортостанда, Татарстанда, илебеҙҙең баш-ҡорттар, татарҙар йәшәгән башҡа төбәктәрендә лә Рәис Ханнановтың “Уфтанма” йырын ишетмәгән, йырламаған кеше юҡтыр, моғайын. Һәм был йырҙың яратҡан өләсәйемә бағышланғанын уйлаһам, күңелемде ғорурланыу хисе биләп ала. Үҙешмәкәр композитор был йырҙы хөрмәт иткән хеҙмәттәшенең 50 йәшенә бағышлап яҙған.

1970 йылда Мәҙәниәт һарайында рәссам-биҙәүсе булып эшләгән сибәр егеткә кейәүгә сыға. Улар инде 47 йыл бергә.

Өләсәй беҙҙе бик ярата, бейергә өйрәтә. Уның тырышлығы менән беҙ апайым менән “Бөрйән гүзәле” бейеүен башҡарабыҙ. 75 йәшендә лә уның йөҙө сибәр, күңеле матур, ҡояштай балҡып тора. Ул һәр саҡ асыҡ, иғтибарлы, башҡаларҙы үҙенә тарта. Хеҙмәте, кешеләргә ҡарата изге мөнәсәбәте арҡаһында халыҡ ихтирамын яулаған.

Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ. Ул беҙҙең өсөн үрнәк. Һәм беҙ уға оҙаҡ йылдар беҙҙең менән бергә, сәләмәт йәшәүен теләйбеҙ.

Читайте нас: