-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Апрель 2019, 16:56

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлектең сағыу байрамы

Яҡташтар-баҡалыларҙы бөтә донъя буйлап осратырға мөмкин.

Яҡташтар-баҡалыларҙы бөтә донъя буйлап осратырға мөмкин. Улар Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә йәшәй, шул уҡ ваҡытта кесе тыуған иле менән элемтәне юғалтмай, тыуған район тормошо менән ҡыҙыҡһына һәм ундағы үҙгәрештәргә ихлас шатлана. Һәм иң мөһиме – тыуған яҡтарҙа булып килеү, яҡындар, бала саҡ дуҫтары, уҡытыусылар, ауылдаштар менән осрашыу өсөн һәр мөмкинлекте файҙалана. Шуға күрә яҡташтар “Яҡташтар-баҡалылар” йәмғиәте юбилейын бергәләп байрам итеү саҡырыуына ҙур теләк менән ҡушылды.

Быйылғы осрашыу үҙенсәлекле: йәмғиәттең ойошоуына 20 йыл тулды. Йәмғиәт өсөн был йылдар аяҡҡа баҫыу осорона әйләнде, шул арала ул үҙ ҡанаты аҫтына кесе тыуған ил тормошонда әүҙем ҡатнашҡан күп баҡалыларҙы берләштерҙе.

Йәмғиәт ойоштороу идеяһы 1990 йылдар башында, илдәге һәм республикалағы сәйәси ваҡиғалар, демократик үҙгәрештәр, атап әйткәндә, Башҡортостан суверенлығы иғлан ителеү, ҡалаларҙың һәм райондарҙың артабан үҫешенә, төрлө йәмәғәт ойошмалары булдырылыуға, рухи традицияларҙың яңыртылыуына, билдәле яҡташтар менән элемтәләрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ иткән алшарттар барлыҡҡа килгәс тыуа.

Төп бурыс яҡташтарҙы әлеге йәмғиәткә йәлеп итеү, улар менән үҙ-ара отошло хужалыҡ, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең урынлашыуына булышлыҡ итеү, интеллектуаль һәм әхлаҡи потенциалдарын районды яңыртыуға йүнәлтеү була. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә барыһы энтузиазм менән тотона. Яҡташтарҙы эҙләү һәм йәлеп итеү буйынса ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар, хужа-лыҡ етәкселәре, баш ҡалала йәшәүсе һәм эшләүсе юғары пост биләгән яҡташтар ҙур эш башҡара.

Ойошторолған структура була-раҡ, “Яҡташтар-баҡалылар” 1999 йылдың ғинуарында булдырыла. Йәмғиәтте етәкләү ӨДНТУ ректоры А. Шаммазовҡа ышанып тапшырыла. Йәмғиәттең башҡарма органы рәйесе итеп Ҡатай ауылында тыуып үҫкән Г. Күсемов (хәҙер мәрхүм), “Фристайл” йәмғиәтенең генераль директоры, бик әүҙем һәм инициативалы, иң мөһиме, йомарт йөрәкле кеше, һайлана. Беренсе идара составында 31 кеше була. Уға данлыҡлы ветерандарыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Нәжиб Асанбаев, Даян Мурзин, Михаил Соколов һәм башҡа билдәле яҡташтар инә. Бына 20 йыл инде Айрат Минһаж улының ышаныслы етәкселегендә һәм йәмғиәт ағзаларының тығыҙ хеҙмәттәшлегендә ҡуйылған бурыстар планға ярашлы һәм эшлекле хәл ителә. Кешеләргә ярҙамлашыу яҡташтар йәмғиәте ағзалары алдына ҡуйылған төп бурыс ул. Хәтер һаҡлау, традицияларҙы хуплау һәм уларҙы алдағы быуынға тапшырыу ҙа – ойошманың изге бурысы.

Юбилейға әҙерлек алдан уҡ башланды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ф. Хәйбрахманов етәкселегендә булдырылған ойоштороу комитеты ҙур әҙерлек эштәре алып барҙы. Яҡшы һәм бай күргәҙмә, күркәм концерт программаһы, фото һәм видеоматериалдар әҙерләнде. ”Край родной, навек любимый, где найдешь еще такой?” исемле байрам буклеты баҫылды. Р. Кәримов һәм
Р. Ибәтуллин баҫманың авторҙары һәм иғәнәселәре булды.

Сараның тәүге өлөшөндә “Кесе тыуған илгә инвестициялар” темаһына түңәрәк өҫтәл ултырышы үтте. Район иҡтисадын үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, райондан сығыусыларҙың төрлө проекттарҙа ҡатнашыуы тураһында конструктив һөйләшеү уның йөкмәткеһен тәшкил итте.

Ултырышта яҡташтар йәмғиәтенең яңы составы бер тауыштан һайланды, уға 12 кеше һәм уның рәйесе инде. Был яуаплы вазифа ҡабат яҡташыбыҙ
А. Шаммазовҡа йөкмәтелде.

Ҙур байрамдың тантаналы өлөшө акттар залында үтте. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы А. Андреев сәләмләне һәм “Яҡташтар-баҡалылар” йәмғиәтенең 20 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне. Күп йыллыҡ һөҙөмтәле эш, барлыҡ башланғыстарҙа даими ярҙам өсөн күренекле яҡташтарға рәхмәт белдереп, артабан да тыуған район яҙмышында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Александр Георгиевич әүҙем яҡташтарға – йәмғиәт аҡһаҡалдарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

БР-ҙың дәүләт эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары В. Үтәшев та баҡалыларҙы ихлас ҡотланы. Вадим Ирек улы республиканы социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн баҡалыларға рәхмәт белдерҙе. Бындай йәмғиәттең булыуы һәр төбәктә лә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Йәмғиәттең үҙәген тәшкил итеүселәр – элекке комсомолдар. Шуға ла хөрмәтле яҡташтарыбыҙға “Яҡташтар-баҡалылар” йәмғиәте рәйесе А. Шаммазов ҡулынан “Комсомолға – 100 йыл” юбилей миҙалын алыу күңелле булды.

Талантлы йәштәрҙе хуплау фондын булдырыу – яҡташтар берләшмәһенең иң күркәм ҡаҙаныштарының береһе. Уға нигеҙ һалыусы Н. Баһауетдинов үҙ сығышында йәштәргә һалынған инвестицияларҙың иң керемле булыуын билдәләне, сөнки тап йәштәргә йәмғиәттең элитаһы булыу, тыуған төбәкте данлап, белем һәм оҫталыҡтары, тырышлыҡтары менән донъяны яҡтыртыу миссияһы йөкмәтелә.

Районда “Баҡалы районының Почётлы гражданины”исемен биреүҙең яҡшы традицияһы бар. 1999 йылдан был исемгә 36 кеше лайыҡ булды.Был көндө йәмғиәт ағзаларының бишеһе – А. Шаммазов, З. Мәрҙәнов, Р. Зарипов, Ф. Ғәлләмов, Ә. Күсемов район хакимиәте башлығы ҡулынан түшкә тағыла торған билдәләр алды.

Сарала ҡатнашыусылар район үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән һәм шуның менән уның тарихында яҡты эҙ ҡалдырған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Улар: П. Никитин, Г. Күсемов, О. Петров, Д. Мурзин, Н. Асанбаев, М. Соколов, А. Латипов, Ф. Ғәлләмов. Бөгөн был кешеләр хөрмәтенә Баҡалының иң матур урамдары аталды. Ахманда Нәжиб Асанбаев һәм Даян Мурзин исемен йөрөткән музей эшләй, район Мәҙәниәт һарайының татар халыҡ театрына Нәжиб Асанбаев исеме бирелде.

БР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлназ Мөхәммәҙиева, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Нуриев, ТР-ҙың атҡаҙанған артистары Фәрит Фәйзрахманов һәм Гөлнара Вәлиева, йырсы Гүзәл Динекәйева, Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Илшат Шәйхуллин, Мәҙәниәт һарайының “Моң” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле йырҙары, “Йәш баҡалылы” өлгөлө бейеү ансамбле сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Яҡташтар йәмғиәте юбилейы барыһына ыңғай энергия өләште, үҙеңде ҙур бер ғаиләнең ағзаһы итеп тойоу мөмкинлеге бирҙе һәм тыуған Баҡалы районының сәскә атыуы өсөн берҙәмлек һәм дуҫлыҡтың сағыу байрамына әйләнде.

Читайте нас: