+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Март 2019, 14:30

Ҙур һәм данлыҡлы юбилей

80 йәш... Был күпме?

80 йәш... Был күпме? Ошо йәшкә етеүселәрҙең күбеһе үҙен бәхетле тип һанайҙыр. Уларға күпте кисерергә, тормош юлдарында күпте күрергә тура килә. Дүрт йыл дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуң етешһеҙлек, аслыҡ, хәйерселек, ауыр 90-сы йылдар – уларҙың ейән-ейәнсәрҙәренә һөйләр һүҙҙәре бик күп. Шуныһы ғәжәп, был кешеләр бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй. Улар тик тормошҡа һөйөнөп йәшәй. Яңы Йәрмәкәйҙә йәшәүсе Азат Зәйрулла улы Ғиләжев ғинурҙа 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ир-егеттәрҙе көнләштерерлек әле ул.

Ғаиләлә өс бала була улар, тик ҡыҙғанысҡа, уларҙың икеһе бөгөн юҡ инде. Һуғыш башланып атаһы фронтҡа киткәндә, Азатҡа ни бары 1,5 йәш була. 1941 йылдың ноябрендә атаһының хәбәрһеҙ юға-лыуы тураһында хәбәр килә. Бөтә ауырлыҡ әсәһе елкәһенә төшә. Ул өс эштә эшләй: мәктәптә ҡарауылсы – иртән-иртүк китеп, балалар йылыла уҡый алһын өсөн, мәктәп мейесен яға. Колхоз эшселәренә икмәк бешерә, фермала һыйыр һауа, шуға өҫтәп, үҙ хужалығы, балалар.

– Беҙгә бик тиҙ үҫергә тура килде, – тип иҫкә ала Азат ағай, – елкәгә балалар өсөн ауыр булған эштәр ятты. Әсәйгә һәр бер эштә ярҙам иттек: йорт, хужалыҡ буйынса ла, баҡсала ла, яланда ла. Ҡыйын булды, әлбиттә, тик ул ваҡытта барыһы ла шулай йәшәне, хеҙмәт һәр ваҡыт беренсе урында булды.

12 йәштә колхозда ат ҡараусы булып эшләй башлай, һуңынан бесән сапҡыс менән бесән әҙерләй. Аҙағыраҡ уны Йәрмәкәйгә тракторсылар курсына ебәрәләр. Оҙаҡламай армия сафтарына алына. Өс йыл хеҙмәт итеп, тыуған ауылына ҡайта. Ғүмере буйы, ә был 45 йыл, колхозда тракторсы булып эшләй.

Ауылдашы Раузаға өйләнеп, бер-береһе өсөн йән атып, биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

– Ирем һәр ваҡыт эштә. Балалар уны бик әҙ күрҙеләр, иртә таң менән сығып китә, ул ваҡытта улар йоҡлай, төн уртаһында ғына ҡайта, ә улар инде йоҡлай. Бына шулай йәшәнек, – тип һөйләй Рауза Әбделғата ҡыҙы. – Тормош, әлбиттә, ауыр булды, тик мин был юлды тағын бер ҡат үтер инем.

Балалары ситтә йәшәй һәм эш-ләй, һәр ҡайһыһының ғаиләһе бар, ата-әсәләрен 6 ейән менән шат-ландырған һәм оло ғаиләнең артыуын көтә улар.

Сәстәренә сал кергән был кешеләр әле һаман да күңелдәре менән йәш, күҙҙәрендә ярты быуат элек ҡабынған осҡон бар. Бер-береһенә оло хөрмәт менән ҡарайҙар.

Азат ағай менән Рауза апайҙың өйҙәре иркен, баҡса ере лә ҙур, һәм улар барыһын да таҙалыҡта, тәртиптә тота. Балалары, ейәндәре ярҙам итеп тора, олоғайған ата-әсәһенә, нәнәй-ҡартаһына күңел-һеҙләнергә ирек бирмәйҙәр.

Әңгәмә дауамында Рауза апай тормош иптәшенең үҙ эшенең оҫтаһы, хеҙмәттәштәре араһында эшлекле хеҙмәткәр генә түгел, яҡшы кеше булыуы өсөн дә хөрмәт иткәндәрен дә билдәләп үтте.

Азат Зәйрулла улы “Маҡтау билдәһе” ордены кавалеры, райондың XXIV партия конференцияһы делегаты итеп һайланған. Ул “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләре, «Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була. Ашлыҡ һәм башҡа ауыл ху-жалығы продукцияһын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса планды арттырыу һәм социалистик бурыстарын уңышлы үтәгән өсөн 1976 йылда Башҡорт АССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Тырыш хеҙмәте өсөн республика һәм район дәрәжәһендә башҡа грамоталары ла бик күп.

Беренсе ҡарашҡа беҙҙең герой, үҙ осороноң башҡа кешеләренә оҡшаған тормош юлын үткән. Хеҙмәт һәм борсолоуҙар, туғандарын һәм яҡындарын ҡайғыртыу мәшәҡәттәре, шатлыҡтар һәм үҙәк өҙгөс юғалтыуҙар менән тулы тормош. Тик барыбер ҙә уның тормош йылъяҙмаһында айырым бер хөрмәткә лайыҡлы һәм ғорурланырлыҡ биттәр етерлек. Азат Зәйрулла улы үҙенең юбилейын билдәләне, уның артында ҙур хеҙмәт стажы, юғары тормош тәжрибәһе, лайыҡлы балалары, ейәндәре, ғорурланырлығы бар улар менән. әммә ул тыныс холоҡло, тыйнаҡ кеше булып ҡала белә һәм башҡалар тураһында күберәк һөйләй.

Юбилейығыҙ, менән! Сәләмәтлек һәм яҡындарығыҙҙың мөхәббәтен теләйем Һеҙгә, Азат Зәйрулла улы!

Читайте нас: