-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Март 2019, 14:32

"Теш феяһы"

Тештәрҙе уңышлы дауалау нимә менән бәйле?

Тештәрҙе уңышлы дауалау нимә менән бәйле? Әлбиттә, протезлау һәм пломба һалыу өсөн заманса материалдар ҙа, яҡшы йыһаздар ҙа, сифатлы анестезия ла, яңы технологиялар ҙа мөһим... Әммә тештәрҙе роботтар дауаламай, тимәк, кеше фактарын да иҫәпкә алмай булмай. Теш табибы ниндәй булырға тейеш? Белгестең юғары белеме генә түгел, пациенттарға мөнәсәбәте лә ҙур роль уйнай. Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһы стоматологы Флорида Хөснуллина – үҙ эшенең оҫтаһы.

Флорида Түбән Ҡарамалы ауылында тыуған. Мәктәптән һуң, апаһынан үрнәк алып, БДМУ-ның стоматология факультетына уҡырға ингән. Уны тамамлағас, Октябрьский ҡалаһында интернатура үткән. Бер йылдан тыуған районына ҡайтып, Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһына теш табибы булып урынлашҡан. 28 йыл ул был хеҙмәттә.

Теш табибының эш көнө урынын һәм йыһаздарын әҙерләү, дарыуҙарҙы барлауҙан башлана.
Флорида Ғамир ҡыҙы ололар-ҙың ғына түгел, балаларҙың да тештәрен тикшерә, дауалай.

"Нисек уйлайһығыҙ, теш проблемалары нәҫелдән киләме?" тигән һорауыма бындай яуап ҡайтарҙы:

– Ундай осраҡтар була. Ләкин пациенттарҙың 10-15 проценты ғына улар. Күпселек проблемалар – табибтарға һуңлап мөрәжәғәт иткәндән килә.

Был ысынлап та шулай, сөнки кеше теш дауалауҙан ҡурҡа. Улар өсөн теш табибына – барыу үлем менән бер. Һәм бында һәр кемгә юл таба белергә кәрәк. Табиб физик һәм мораль яҡтан сыҙам, иғтибарлы, итәғәтле, күҙәтеүсән, аралашыусан булырға тейеш. Флорида Ғамир ҡыҙы был сифаттарға эйә. Яғымлы тауышы, йылы һүҙҙәре, уңған ҡулдары һәм һөйкөмлө йөҙө пациенттың ҡурҡыуын юҡҡа сығара.

Табип билдәләүенсә, бөгөн теш дауалау ауырттыра һәм уңайһыҙлыҡ килтерә торған процедура түгел. Күпселек эштәр заманса ысулдар менән башҡарыла. Хәҙер кешегә бер ҙә ҡурҡырға кәрәкмәй.

Теш табибы булыу еңелдәрҙән түгел. Иң кешелекле һөнәрҙе һайлаған табибтарыбыҙ уға ғүмер буйы тоғро ҡала. Ә үҙ сәләмәтлеген һаҡлауҙы тик һиңә тапшырған кешенең хөрмәте бик ҡиммәт ул.

Читайте нас: