Кешелек донъяһында вакциналауға ышаныс булмау рәсми рәүештә төп хәүефтең береһе тип танылған. Әле ҡасан ғына халыҡ үҙен ҡотороу, сәсәк ауырыуынан һәм башҡанан ҡотҡарған табибтарға табынған... 2019 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) грипп пандемияһы, тирә-яҡ мөхитте бысратыу һәм башҡалар менән бер рәттән сәләмәтлеккә ҙур кимәлдә ҡурҡыныс янаусы ун хәүеф иҫәбенә вакциналау мәсьәләһен дә индерҙе. Быйыл ВОЗ кеше папилломаһы вирусына ҡаршы вакциналауға йәлеп итеүҙе арттырып, аналыҡ муйынтығы яман шешенә ҡаршы көрәш эшен дауам итәсәк. Афғанстанда һәм Пакистанда полиомиелит таралыуҙы туҡтатыуға ла өмөт бар.
ВОЗ мәғлүмәттәре буйынса, вакциналау бер йылға 2-3 миллионғаса үлем осрағын булдырмай ҡала. Ләкин АҠШ-та ғалимдар илдең ҙур ҡалаларында мәктәп йәшендәге прививкаланмаған байтаҡ бала булыуын асыҡлаған. Италияла консерватив ҡарашлы сәйәсмәндәр вакциналауға ҡаршы сығыусыларҙы йыш хуплай. Украинала һәм Грузияла эштәр тағы ла хөрт. Рәсәйҙә лә прививкаларға ышаныс дәрәжәһе түбән. Һөҙөмтәлә инде онотолған ауырыуҙар кире ҡайта. Бөтә донъяла хәҙер ҡыҙылса баш ҡалҡыта. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең 66 төбәгендә 2,5 меңләп осраҡ асыҡланған, 2017 йылға сағыштырғанда ауырыу күрһәткесе өс таҡыр артҡан.
Был ауырыу күпселек осраҡта сит илдән инфекция инеү сәбәпле йоҡторолған. Шул уҡ ваҡытта зыян күреүселәрҙең 90 проценты ҡыҙылсаға ҡаршы прививкаланмаған. Рәсәйлеләр уны, ғәҙәттә, дини ҡараштарҙан сығып яһатмай. Ғинуарҙа Мәскәүҙә ике мәктәптә ҡыҙылса буйынса карантин индерелде. Беҙҙә әлегә хәл имен.
Дуҫтарым һәм күршеләремдең фекерен асыҡларға булдым: ҡыҙылса нимә ул? Тулайым күҙаллау самалы: йоғошло ауырыу. Әммә табибтар бының улай булмауын раҫлай. Ҡыҙылса һулыш һәм нерв системаһы, ашҡаҙан-эсәк юлындағы өҙлөгөүҙәр менән хәүефле, шулар иҫәбендә – ларингит, трахеобронхит, үпкә ялҡынһыныуы, отит, ҡыҙылса энцефалиты, гепатит, лимфаденит... Ҡыҙылсанан дарыу юҡ, дезинтоксикация терапияһы һәм симптоматика буйынса дауалау үткәрелә – температураны төшөрөү, ялҡынһыныуға ҡаршы саралар, бактериялы өҙлөгөү осрағында антибиотиктар өҫтәлә.
Инфекция бүлексәһе – Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһында берҙән-бер, унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа дауалана. Бүлексә мөдире Рита Нәжметдинова студент йылдарында педиатр булырға әҙерләнгән. Инфекция ауырыуҙары кафедраһы уға йылы мөхит хакимлек итеүе, яғымлы белгестәре менән генә оҡшай. Балаларҙағы нейроинфекция буйынса доклад әҙерләргә ҡушҡас, ул шатланып риза була. Дәреслектәр, монографияларға сума. Балаларҙың һәр инфекцияһы нерв системаһында сағыла, шул иҫәптән баш мейе эшсәнлегендә. Рита Ғәли ҡыҙы мауығып китә, һәр мәсьәләне ентекләп тикшерә. Еренә еткереп башҡарылған ҙур эш килеп сыға һәм сығышын ул яҙыу буйынса уҡымай, илһамланып, поэма кеүек һөйләй. Студенттар ғына түгел, педагогтар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңлай. Ул ваҡытта был студент ҡыҙҙың киләсәге балалар менән дә, инфекциялар менән дә бәйле буласағын кем белгән. Бынан ҡала, ул медицина фәндәре кандидаты ла: бүлексә мөдире, ғәмәлдәге табип була тороп, ситтән тороп аспирантура тамамлаған һәм диссертация яҡлаған (темаһы – “Өлкәндәрҙә сальмонеллездың клиника-лабора-тория аспекттары”).
Сығышы менән Бүздәктән булһа ла, Рита Ғәли ҡыҙының бөтә һөнәр эшсәнлеге Октябрьский менән бәйле. Атаһы, Ғәли Ғиниәт улы Чембарисов, Бүздәк районының маҡтаулы кешеһе. Ул район-ара базаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған һәм пенсияға сыҡҡансы уны етәкләгән. Зирәк аҡыл эйәһе, яңылыҡ индереүсе, ҡыйыу, тәүәккәл, ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеүҙә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған. Әсәһе, Фәүзиә Хәбир ҡыҙы, район дауаханаһында бухгалтер булып эшләгән, һуңыраҡ партияның район комитеты баш бухгалтеры булған. Таҙалыҡ ярата, шуға күрә гигиена, дауаханаға хас хлорка еҫе Рита Ғәли ҡыҙына бала саҡтан таныш. Ата-әсәһе дуҫ-татыу ғүмер кисерә, игелекле, яғымлы, әҙәпле, яуаплы кешеләр була, балаларын ярата. Ваҡытының күп өлөшөн эшкә бағышлап, балалар өсөн эш һөйөүсәнлек, намыҫлылыҡ, кешеләргә ҡарата ихтирамлылыҡ өлгөһө була улар.
“1983 йылда, беҙ институтты тамамлап, Октябрьскийға ҡайтҡас, – тип иҫкә ала Нәжметдинова, – ҡалала грипп һәм ҡыҙылса таралған ине. Беҙ, интерндар, табибтар менән бергә саҡырыуҙарға йөрөнөк. Тиҙ, етеҙ эшләргә өйрәнергә тура килде. Һуңынан беҙгә инфекция бүлексәһендә эш өйҙөләр. Йыл башы ине, ауырыуҙар күп осор. Табип-ординаторҙар булып Елизавета Дмитриевна Билькова һәм Галина Андреевна Трофимова эшләне – иҫ киткес яғылмы, алсаҡ кешеләр, улар беҙгә әсәләребеҙ кеүек ине. Елизавета Дмитриевна оҫта хужабикә – бәлештәр бешереп алып килә, йәшел һуған менән винегрет – ундай тәмле винегретты башҡа ашаған булманы. Тәжрибәле белгестәр булараҡ, өлкән быуын күп нимәгә өйрәтте. Элекке мөдирҙәр Нина Петровна Ситдиҡова, Константин Васильевич Столяров, Надежда Васильевна Курганская, улар менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр – бөтәһе лә талантлы, тырыш кешеләр ине. Һуңынан ысын интеллигент, эш һөйөүсән, әҙәпле Вячеслав Александрович Батанин етәкселек итте. Ул ваҡытта өлкән шәфҡәт туташы Елена Рәсүл ҡыҙы Ғәлиәкбәрова ине. Бөтә персонал, шул иҫәптән санитаркалар ҙа, эшенең әһәмиәтлелеген аңланы. Инфекция ауырыуҙары, ғәҙәттә, тиҙ башлана, ауыр үтә, бигерәк тә кесе йәштәге балаларҙа, сөнки теләһә ҡайһы миҙгелдә көсөргәнешле хәл тыуырға мөм-кин. Баланың температураһы 41 градусҡаса күтәрелеү – ҡурҡыныс, көҙән йыйыра башларға мөмкин. Был бик насар. Ауырыуҙарҙың йоғошлолоғон да оноторға ярамай. Шуға күрә тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә, ентекле тикшереү үткәрергә, тәғәйенләүҙәрҙе теүәл үтәргә кәрәк, хеҙмәткәрҙәр бер команда булырға тейеш. Инфекционист медицинаның бар өлкәһен дә белергә тейеш, шуға күрә бүлексәлә эшләгән һәр кем бай тәжрибәгә эйә булды – был ғәмәлдәге табибтар һәм йәш белгестәр: И. Килиманов, Э. Сөләймәнова, М. Довгань, Э. Тереғолов, Д. Шокуров, Р. Исламова, Г. Ғәниева, Е. Журак,
Н. Кваскова. Был исемдәр меңләгән ауырыу өсөн ҡәҙерле. Шулай уҡ табип ярҙамсылары – шәфҡәт туташтары Н.Мәрҙәншина, Л. Павлова, А. Бегова, О. Масленникова, Ф. Робертус, В. Зиннәтуллина һәм башҡалар.
Бөгөн өлкән быуындың эстафе-таһын беҙҙең хеҙмәткәрҙәр дауам итә: КИЗ табибы Л. Ишморатова, өлкән шәфҡәт туташы О. Попкова, шәфҡәт туташтары Л. Крахмальная, Ю. Клочко, Г. Хәмиҙуллина, З. Ҡотлобаева, Л. Ғәлиуллина, Ф. Сираева, О. Сергеева, А. Биктимерова, А. Тәүхетдинова һәм кесе медперсонал.
Тылсымлы яңы йыл төнөн кеше-ләр өйҙә йәки ҡунаҡта ҡаршы ала, дауаханала ла булғылай. Инфекция бүлексәһен күҙ алдына килтерегеҙ. Унда бер ҡасан булмаһағыҙ ҙа, был ауыр түгел, сөнки ҡаланың 1-се дауаханаһы корпустары бөтәһе лә бер төрлө: оҙон коридор буйлап палаталар. Ауырыуҙарҙың ҡайһы берҙәре байрам ваҡытында өйөнә лә ҡайтып китә ала, ләкин асылда бөтә ауырыуҙар ҙа – карауатта, медперсонал иһә урынында. Табип Асия Ғөсәйен ҡыҙы Бондаренкоға бер генә яңы йыл төнөн дауаханала ҡаршыларға тура килмәгән. Был бик көсөргәнешле. Мәҫәлән, үткәне (2017-2018) айырыуса ҡатмарлы булды. Биш минуттан ун ике тулыуға “ашығыс ярҙам” машинаһында бер ауырыуҙы килтерҙеләр, унан куранттар һуғып, халыҡ бокалдарын күтәргән мәлдән бер-бер артлы китте улар. Грипп баш ҡалҡытты. Дауаханаға иң ҡаты ауырыуҙарҙы килтерәләр – өҙлөгөү, температура саманан тыш күтәрелеү, һулыш алыу туҡтау... Персонал шунда уҡ “һуғыштағы кеүек” режимға күсә. Килеүселәрҙе ҡарайҙар, башта балаларҙы, урын өҫтөндәге ауырыуҙарҙы, һуңынан палатаға, бокстарға (йоҡтороу ихтималы ҙур булһа) урынлаштыралар. Шәфҡәт туташтары шунда уҡ анализ ала (диагностика тәүге ике сәғәттә үткәрелергә тейеш), капельница ҡуя. Бында ял көндәре, байрамдар юҡ, бүлексә тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бына Яңы йыл төнө лә үтеп китте, иртән, көндөҙгө смена килгәс кенә, иркен һулап ҡуйҙылар.
– Төрлө инфекциялар даими баш ҡалҡыта: менингококк, мәҫәлән, 8-10 йылдан, грипп – 3-5 йылдан һәм шулай дауам итә, һәр сығанаҡтың үҙ циклы, – ти Рита Ғәли ҡыҙы. – Медицина институтынан һуң ҡалаға педиатр булып килгәс, ҡыҙылса таралған ине. Унан һуң оҙаҡ йылдар дауамында төрлө инфекциялар... Улар янғын кеүек, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе ялмай. Дөйөм алғанда, белгестәр бөтә яҡтан да әҙер булырға тейеш.
Бына 65 йыл инде инфекция бүлексәһе ҡала халҡы сәләмәтлеге һағында тора. Рита Ғәли ҡыҙы юбилейын эш араһында билдәләне. Инфекционистар тура мәғәнәһендә һаҡта тора. Бокстар, палаталарҙың әленән-әле тулып тороуы, санитария-эпидемиология ҡәғиҙәләрен үтәү, махсус дауалау – күмәк инфекцияларҙан һаҡлау системаһы ул. Вакциналауҙы иҫәпкә алып, ҡыҙылса, грипп һәм прививкалар тураһында онотмағыҙ.