+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
19 Март 2019, 19:27

Мостай Кәрим рухы яңы бейеклектәргә әйҙәй

2019 йылда Башҡортостан Республикаһында матур һәм иҫтәлекле ваҡиғалар көтөлә.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһында матур һәм иҫтәлекле ваҡиғалар көтөлә. Шуларҙың береһе әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, оло яҙыусы һәм шағир, арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуына бәйле. Ошо ваҡиға айҡанлы төрлө саралар үткәрелә башланы ла инде.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы 2018 йылда “М.Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған бәйге ойошторҙо. Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың дәрес өсөн методик эшләнмәләрен, кластан тыш саралар сценарийын, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың тикшеренеү эш-тәрен баһаланы. 12 февралдә бәйгегә йомғаҡ яһалды. Был сарала 150-гә яҡын кеше ҡатнашыуы мәктәптәрҙә ижади ҡарашлы уҡытыусылар эшләүе хаҡында һөйләй, уларҙың М.Кәрим әҫәрҙәре хаҡында республикаға, халыҡҡа, заманыбыҙға әйтер һүҙе, фекере барлығын күрһәтә. Шуға күрә бәйгелә ҡатнашҡан ҡыйыу коллегаларыма “афарин!” тип әйтәһе генә ҡала.

“Заманса белем биреү технологияларын ҡулланған иң яҡшы дәрес” номинацияһында еңеү минең өсөн оло ҡыуаныс булды. Бәйгенең халыҡ шағиры М.Кә-рим ижадына арналыуы, сараны республикабыҙға билдәле “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ойоштороуы, бүләк-ләү тантанаһында күренекле шәхестәр менән бер рәттән шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримованың ҡотлауы – бөтәһе лә еңеүебеҙҙең мәртәбәһен арттырҙы.

Минеңсә, дәрес тәүҙә уҡытыу-сы күңелендә бәләкәй генә әҫәр булып тыуа, шунан балалар менән уның ижад емешенә әйләнә, аҙаҡ инде ике яҡтың да – уҡытыусының да, уҡыусының да тормош тарихына әүерелә. Дәрес ошондай “ғүмер” кисерһен өсөн, уҡытыусы методиканы яҡшы белергә һәм үҙ фәне менән “ауырырға” тейеш. Бөгөнгө көндә методика өлкәһендә уҡытыусыға ярҙам итерҙәй ҡыҙыҡлы технологиялар, эш алымдары һәм методтар бар. Бәйгегә тәҡдим иткән дәресемдә тикшеренеү методын, мәғлүмәти технологияларҙы, төркөм менән эшләү формаһын ҡулландым. Дәрес “Шағир һәм һалдат М. Кәримдең яу юлдары буйлап” тип аталды. Һуғыш осоронда М.Кәрим шәхес булараҡ та, шағир булараҡ та оло һынау кисерә. Йәштәргә әҙип ижады аша Совет һалдаттарының, йәғни беҙҙең олатайҙарҙың, ауыр һуғыш юлы үтеүен, уларҙың рух ныҡлығын, ҡаһарманлығын, аяуһыҙ яуҙарҙа кеше булып ҡалыуҙарын күрһәтергә теләнем.

Мостай Кәримдең һәр әҫәре ҡыҙыҡлы дәрес ойошторорға әйҙәгән кеүек бит ул. “Ҡара һыуҙар”, “Ай тотолған төндө”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” һәм башҡа әҫәрҙәр буйынса онотолмаҫ әңгәмә йәки бәхәс ҡорорға, ижади эҙләнеүҙәр, проекттар башҡарыр-ға мөмкин. Беҙ яҙыусының повесть һәм хикәйәләрен, шиғырҙарын уҡып үҫтек, шәхес булараҡ формалашыуыбыҙҙа уларҙың роле ҙур булды. Шуларҙан сығып, беҙҙең быуын өсөн М.Кәрим әҫәрҙәре үҙенсәнлекле мәктәп булды, тип ғорурланып әйтә алабыҙ. Бөгөнгө балалар ҙа яҙыусы әҫәрҙәрен яратып уҡыһындар һәм егерме-утыҙ йылдан шулай тип әйтһендәр ине.

Дөйөм алғанда, республика кимәлендәге ярышта ҡатнашыуыма шатмын. Был ҙур еңеүҙә күптәрҙең – атай-әсәйемдең, ғаиләмдең, уҡытыусыларымдың, коллегаларымдың, студенттарымдың өлөшө бар тигән фекерҙәмен. Педагогтар өсөн көрәш майҙанын асҡан “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы хеҙ-мәткәрҙәренә рәхмәтемде еткерәм һәм артабан да уҡытыусыларҙы яңы бейеклектәргә дәртләндереп ижад итеүҙәрен теләйем. “М.Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” бәйгеһе күңелебеҙҙә иҫтәлекле ваҡиға булып һаҡланасаҡ.

Читайте нас: