-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
24 Февраль 2019, 18:47

Скверға исем һайлайыҡ

Октябрьскийҙың 34-се һәм 35-се микрорайондары – халыҡтың иң күп йәшәгән һәм көндән-көн үҫешкән төбәктәре.

Октябрьскийҙың 34-се һәм 35-се микрорайондары – халыҡтың иң күп йәшәгән һәм көндән-көн үҫешкән төбәктәре. Бында халыҡтың күңел асыу урыны – “Ял” скверы урынлашҡан. Былтыр халыҡ уны төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашты һәм сквер халыҡ рейтингында еңеп сыҡты. ул “Ҡулай ҡала мөхите булдырыу” программа-һы сиктәрендә төҙөкләндерелде. Бында балалар өсөн уйын майҙансығы, яңы эскәмйәләр урынлаштырылды, түтәлдәр, ағастар ултыртылды. Бынан тыш, 441 метр оҙонлоҡтағы һәм 4 метр киңлектәге велосипед юлы, Скандинавия атламы өсөн һуҡмаҡ барлыҡҡа килде. Воркаут элементтары һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡ булдырылды.

Скверҙа кис менән дә яҡты һәм йәмле: биләмә буйынса заманса яҡтыртҡыстар ҡоролған. Яңы йыл алдынан бында беренсе тапҡыр шыршы барлыҡҡа килде. Халыҡтар дуҫлығы йорто коллективтары төбәк халҡы өсөн байрам сараһы ойошторҙо.

Тик бына исем ҡушыу йәһәтенән ҡатмарлыҡтар тыуған. Төҙөкләндереү буйынса документтар туплағанда, “Ял” атамаһы халыҡ араһынан ғына килеп сығып, рәсми теркәлмәгәнлеге асыҡланған. Яңыртылған паркка иһә атама бирергә кәрәк. Ҡарар – халыҡ ҡарамағында. Хакимиәт сквер өсөн исем уйлап табыу мәсьәләһе менән ҡала халҡына мөрәжәғәт иткән. Элеккесә “Ял” атамаһы ҡалырмы, яңы исем табылырмы, ваҡыт күрһәтер.


Читайте нас: