-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общество
24 Февраль 2019, 19:05

Изгелек ҡылайыҡ

Яңы йылды ғаилә байрамы тибеҙ, әммә, үкенескә ҡаршы, уны бөтәһе лә туғандары һәм яҡындары эргәһендә өйҙә ҡаршы ала алмай.

Яңы йылды ғаилә байрамы тибеҙ, әммә, үкенескә ҡаршы, уны бөтәһе лә туғандары һәм яҡындары эргәһендә өйҙә ҡаршы ала алмай. Ҡарттар, балалар йорттарында йәшәүселәрҙең бындай мөмкинлектәре юҡ. Улар иғтибар һәм ҡайғыртыуға, күңел йылыһы һәм ярҙамға мохтаж. Тап бына шуға күрә Шаран 2-се мәктәбе уҡыусылары Мичурин ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына һәм Баҙғыя ауылы ҡарттар һәм инвалидтар йортона барҙы.

10-сы “а” классы уҡыусылары Артур Әбделмәнов, Ринар Хәйруллин, Румил Яҡупов, Руслан Латипов, Никита Тансарин, Дарья Бикташева, Ришат Ғәлләмов, Анастасия Сафина, Анастасия Кузьмина, Вика Шәнгәрәева, Ксения Миңлегәрәева, Карина Ғилметдинова класс етәк-селәре А. Закирова һәм өлкән пионервожатый Г. Ҡадирова менән бергә балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына тәрбиәләнеүселәрҙе яңы йыл менән ҡотларға юлланды. Улар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм күңелле киноперсонаждар булып кейенде. Программаға ҡыҙыҡлы сценкалар, бейеүҙәр һәм йырҙар инде. Уҡыусылар һәр балаға Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан татлы приздар, иҫтәлекле бүләк – мәктәп пионерҙары яһаған “Хрюшка-гармошка”ны, шулай уҡ тәмле өй күстәнәстәре тапшырҙы. Уҡыусылар үҙҙәре әлеге осрашыуҙан бик тәьҫирләнде: “Ҡолас йәйеп йүгереп килгән һәм ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлаған балаларҙың күҙ ҡараштарын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел...” Приютта тәрбиәләнеүселәр ҡунаҡтарҙы көткән һәм рәхәтләнеп аралашты. Тамашанан һуң балаларҙың үҙҙәре менән генә ҡалып һөйләшә, уйнай алдыҡ.

Икенсе көндө 11-се класс уҡыусылары Флорид Мөхәмәтйәров, Илназ Хәйретдинов, Илина Сабанаева, Влада Бикбулатова, Мархабо Исроилова, Рузалина Ямалетдинова, Сабина Сәмиғуллина, Илнара Шәрифуллина, Лиана Биглова, Ләйсән Закирова составындағы мәктәп волонтёрҙар отряды етәк-селәре Н. Аллаярова менән Баҙғыя ауылы ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүселәрҙе яңы йыл менән тәбрикләргә китте. Был сәфәр уҡыусылар өсөн бик мөһим ине, улар әлеге осрашыуҙы көтөп алды, ысын күңелдән әҙерләнде һәм, әлбиттә, тулҡынланды.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бында йәшәүселәрҙе байрам менән ҡотлаған арала уҡыусылар уларҙың һәр береһе эргәһенә килеп, алдағы осрашыу (2018 йылдың 1 октябре) тураһында иҫтәлеккә фоторәсемдәр тапшырҙы, йылы ойоҡбаш һәм плед, бәйләм ептәре һәм энәләре бүләк итте, иңдәренән ҡосаҡланы.
Лиана Биглова (художество етәксеһе Г. Хөснуллина) һәм Ангелина Сычева күңелгә үтеп инерлек йыр башҡарҙы.

Волонтёрҙарыбыҙ изгелек ҡылыу бик күңелле, волонтёрлыҡ бер ниндәй матди байлыҡтар менән дә сағыштырғыһыҙ рухи ҡәнәғәтлек бирә, тиҙәр. “Беҙҙең дә өләсәй-олатайҙарыбыҙ бар һәм беҙ бында тәрбиәләнеүселәргә лә туғандарса ҡарайбыҙ. Өлкәндәргә аралашыу һәм иғтибар, хәстәрлек кәрәген күреп, улар өсөн әлеге байрамдың ысын мөғжизә икәнлеген аңлайһың”, – ти балалар.

Читайте нас: