+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
21 Февраль 2019, 19:35

Тормош тырыштарҙы ярата

Яңы йылдың беренсе көндәре. Тимәк, йыл башында донъяға килгәндәр тураһында һөйләшеү урынлы булыр.

Яңы йылдың беренсе көндәре. Тимәк, йыл башында донъяға килгәндәр тураһында һөйләшеү урынлы булыр. Кеше тыуған саҡта һандар тылсымы, һауала йондоҙҙар урынлашыуы уның киләсәк яҙмышына нисек йоғонто яһай икән? Беҙҙең мәҡәлә геройына килгәндә, уларҙың йоғонтоһо һиҙелә.

Шулай, бер көндө тыуғандар үҙ ҡараштарынан тайпылмай һәм ышандырыу көсөнә эйә була. Улар үҙ һүҙлелек, ныҡлылыҡ, рух көсө күрһәтә. Зирәк аҡылы әйтелгән сифаттар менән ҡушылып, яҡшы һөҙөмтә бирә. Йондоҙнамәләргә ышанып бөтмәһәк тә, Гөлниса Ғибазова белеүселәр һүҙ тап уның тураһында бара, тип әйтте. Һәм дә уның гүзәл зат вәкиле булараҡ тағын да күп төрлө ыңғай сифаттарға эйә булыуын билдәләне. Барыһынан алда – аралашыусанлыҡ, асыҡлыҡ һәм күңел йомартлығы. Йорт ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, ул һәр кемгә һөйөнә. Табын шунда уҡ тәм-томға күмелә.

Бөгөн дә уның өйө тулы ҡунаҡ – Гөлниса Нурмөхәмәт ҡыҙы матур юбилейын билдәләй. Нисә йәш тултырғанын әйтеп тороу артыҡ: йөҙө йәш, кәүҙәһе төҙ, күҙҙәрендә нур сатҡылары. Һәм был хәлдең серен ул даими физик әүҙемлегенән, тирә-яҡҡа ыңғай мөнәсәбәттән күрә. Иртән ул зарядка яһай, ҡышын саңғыла йөрөргә ярата.

– Тормошта нимә генә булмай, – тип фекерләй ул. – Иң мөһиме, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға атлау. Төшөнкөлөккә бирелмәү.

Туғыҙ балалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙ эш рәтен белә. Ғүмер буйы ул яуаплы вазифала – Салауат исемендәге колхозда, һуңынан төрлө хужа-лыҡтарҙа хисапсы, баш белгес булған. Ошо колхозда оҙаҡ йылдар мехотряд начальнигы, баш инженер, яғыулыҡ станцияһы етәксеһе булып эшләгән тормош иптәше Нурғарифан Нурулла улы менән ҙур хужалыҡ тотҡандар: һыйыр, быҙауҙары ғына 12 баш булған. Өҫтәүенә, төп эштәренән тыш бер нисә йыл халыҡтан һөт йыйғандар. Иптәше мәрхүм булғас та малдарын бөтөрмәгән.

Әле лә уның йортонда малдар, төрлө ҡош-ҡорт тауышы килә, ә умарталығында бал ҡорттары безелдәй. Һыйыр малы ғына ла һарайында 6 баш. Уларҙы туйҙырырға тип, хужабикә бер гектарлыҡ ике баҡса ултырта. Береһендә күп йыллыҡ үләндәр үҫә, икенсеһендә – сөгөлдөр, бәрәңге һәм ҡабаҡ. Йәшелсә түтәлдәре лә тәртиптә, ике теплицаһы ла бар. Нисек ҡатын-ҡыҙ был тиклем эште еңә ала һуң?

– Марат кейәү ярҙамлаша (Марат Сөләймәнов – районда билгеле табип), балалар, ейәндәр ҙә йыш килә, ҡайта, – ти ул.

Өс балаһы, биш ейәне бар Гөлниса апайҙың. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул Нурғарифан Нуруллович-тың улына әсәй булған, ә ул, үҙ сиратында, ҡатынының оло ҡыҙы Ләйсәнгә – атай. Ҡыҙы, улдары Нуршат һәм Нурфат – өсөһө лә табип булып, әсәйҙәренең хыялын тормышҡа ашырған. Гөлниса, бик оҙаҡ ауырған әсәйен дауаларға теләп, ҡасандыр үҙе табип булырға хыялланған. Ләкин күп балалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашмаған.

Хәҙер балалары ошо өлкәлә уңыштары менән һөйөндөрә. Ауыл эшенән дә ситтә ҡалмайҙар. Киреһенсә, улдары ауылға эшләргә, ҡала тормошонан ял итергә тип ҡайта. Ләйсән иһә һәр саҡ янында – ул Йәрмәкәйҙә йәшәй. Ләйсән Шәүҡәт ҡыҙы Сөләймәнова – бөтә Йәрмәкәй сабыйҙары һәм атай-әсәйҙәре өсөн ихтирамлы һәм ҡайғыртыусан табип.

Гөлниса Нурмөхәмәт ҡыҙы тыумышы менән Суҡҡул ауылынан, ә бәхетен Йәрмәкәйҙә тапҡан. Чапай урамындағы матур йорто алыҫтан балҡып тора. Өй эсендә бөтә ерҙә тәртип, муллыҡ күҙгә ташлана.

Хужабикәһенә бик ҡәҙерле был йорт, сөнки күп йыллыҡ тырышлығы һалынған бында. Яңы йыл һәм күркәм юбилейы уңайынан беҙ был ҡунаҡсыл йорттоң гүзәл хужабикәһенә сәләмәтлек һәм именлек теләйбеҙ. Бәхетле булығыҙ!

Читайте нас: