Сәләмәт тормош алып барыу, төрлө күнекмәләр эшләү һәр саҡ кәрәк нәмә, ә инде йәшең артҡан һайын был төшөнсәнең мөһим икәнен аңлайһың. Әммә пенсияға сығыу менән ололарҙы үҙ-үҙенә бикләнеү, төшөнкөлөккә бирелеү, яңғыҙлыҡ кеүек тойғолар ҙа урап үтмәй. Ә бына һуңғы йылдарҙа йәйен дә, ҡышын да урамдарҙа ике таяҡ менән йөрөүсе оло йәштәге кешеләр йыш осрай башланы. Кемдәр һуң улар? Аяҡтары ауыртып йәки, ғөмүмән, ауырыу сәбәпле таяҡҡа ҡалған кешеләр тураһында һүҙ бармай. Киреһенсә, ауырымаҫҡа тырышыусы, аяҡтар-таяҡтар менән шифа эҙләп, һаулыҡ өҫтәп йөрөүселәр күҙ уңында тотола. Уларҙың ҡайһыһында ғәҙәти ағас таяҡтар, ҡайһы берҙәрендә саңғы йәки скандинав йөрөшө таяҡтары. Күңелле хәл: тимәк, кеше телевизор ҡаршыһынан, дивандан тороп сығырға үҙендә көс тапҡан, тормошона файҙалы яңылыҡ индерә, сәләмәтлеге тураһында ҡайғырта тигән һүҙ.
Скандинавия йөрөшө ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл ерҙәрендә лә бик популярлашып китте. Ямаҡай ауылында йәшәүсе лайыҡлы ялдағы герой-әсә Зәлифә Иҫәргәкова менән әңгәмәләшәбеҙ. “Мин хәҙер был спорт төрө менән 3-4 йыл шөғөлләнәм инде. Таяҡ менән урам әйләнеүҙе тиҙәк тибеп йөрөүгә тиңләп “кеше нимә әйтер, эшһеҙ тиерҙәр, көлөрҙәр” тип оялып ҡына башлағайным. Таяҡтар менән йөрөй башлағас, аяҡ-ҡулдар һыҙлауҙан туҡтаны, йоҡоһоҙлоҡтан интекмәйем, иҙерәп йоҡлайым, еңеләйеп киттем, кәйеф күтәрелде, дуҫтарым менән аралашам, шул рәүешле йөрөгәндә барлыҡ хәсрәттәрем тарала”, – ти Зәлифә апай. Һүҙенең аҙағында скандинав йөрөшө менән шөғөлләнергә теләүселәргә үҙенең файҙалы кәңәштәрен дә еткерҙе: “Беренсе көн сыҡҡанда артыҡ күп йөрөмәҫкә тырышығыҙ, сөнки икенсе көндө аяҡтар, ҡулдар һыҙлар. Араны көндән-көн арттыра барығыҙ. Сығыр алдынан, арығас, йөрөп туҡтағас – физзарядка ла эшләп алһағыҙ, файҙаһы тағы ла нығыраҡ тейер. Мәҫәлән, таяҡтың ике осонан тотоп өҫкә күтәрәһең дә әкерен генә уңға-һулға бөгөләһең. Йә иһә ике таяҡҡа ла тотоноп, бер нисә мәртәбә ултырып алаһың. Физзарядка эшләп бөткәс, әкренләп йөрөй башлайһың. Уң аяҡ алға барғанда, һул ҡул алға бара һәм киреһенсә”.
Йөрөү – һаулыҡты һаҡлауҙың иң арзан ысулы. Ваҡыт табып, кеше аҙнаға ике-өс тапҡыр таяҡтар менән йөрөп инһә бик яҡшы, ә көн һайын йөрөү тағы ла һәйбәтерәк, сөнки мускулдар шатлыҡ гормондары – эндорфиндар, ялҡынһыныу менән көрәшеүсе аҡһымдар – миокиндар бүлеп сығара. Кәүҙәң төҙ була, координацияң яҡшыра. Ҡыҫҡаһы, йөрөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ!