Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә симфоник оркестры (унда тағы бер яҡташыбыҙ – подполковник Азат Шаһмөхәмәтов эшләй), Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рәсәй йырҙары» Бөтөн Рәсәй фестиваль-марафонын ойоштороусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
12-15 июндә Өфөлә, Конгресс-холл янындағы Амфитеатрҙа, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙа. Йола буйынса, уның барышында Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары ҡатнашлығында Симфоник төн, фольклор төркөмдәре менән Этнотөн, Милли кейемдәр парадын уҙғарыу күҙаллана. Көндәрҙең береһендә республиканың 100 йыллығына бағышланған концерт була.