«Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшенең йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тармаҡ конкурстарының 166 миҙалы менән билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Уларҙың 94-е – алтын, 44-е – көмөш һәм 28-е бронза. Башҡортостан Хөкүмәте «Күргәҙмә үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Гран-приға лайыҡ булды.
Күргәҙмә эшләгән көндәрҙә республика стендында эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр уҙғарылды, мөһим килешеүҙәр төҙөлдө. Атап әйткәндә, Башҡортостан һәм Мари-Эль республикалары бергәләп ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтерергә һәм продукцияны экспортлау-ҙы киңәйтергә килеште; Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм яуаплылығы сикләнгән «Технотранс» йәмғиәте Рәсәй тимер юлы операторы ил төбәктәренә һәм экспортҡа иген ташыу тураһында һүҙ биреште. Республика Хөкүмәте һәм «ФосАгро-Регион» компанияһы республика биләмәһендә экологик яҡтан таҙа иген һәм техник культуралар үҫтереү өсөн ҡулланылған комплекслы шыйыҡ ашламалар ҡабул итеү һәм һаҡлау инфраструктураһы (логистика үҙәге, складтар) булдырыу тураһында килешеү төҙөнө.