+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
26 Октябрь 2018, 18:30

Сәйетбабалар беҙҙә ҡунаҡта

Быйыл башҡорт халҡы үҙенең арҙаҡлы улы, ҡурайсы, актёр, йырсы, драматург, композитор, милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы донъя кимәленә сығарыусыларҙың береһе – Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 90 йәшен билдәләне.

1928 йылдың 15 сентябрендә Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында атаҡлы ҡурайсы Ишҡәле Дилмөхәмәтов ғаиләһендә бер ир бала донъяға тыуа. Уға Ишмулла тип исем ҡушалар.

Ишмулла артынан, тағы ла ике малай донъяға килә. Ишбулды менән Сәйфулла. Тик Ишбулдының ғүмере бик ҡыҫҡа була.

Ишмулланың атаһы Ишҡәле данлыҡлы ҡурайсы, ә әсәһе Фәйрүзә – йыр-моңға ғашиҡ кеше була.

Атаһы һуғышҡа киткәс, ғаиләлә баш бала булып Ишмулла ҡала. Рәхәтләнеп уҡыр урынға уға эшләргә тура килә. 13 йәшлек малай йылҡы малдарын көтә башлай.

1943 йылдың көҙөндә Ишмулла Баймаҡ театрында актёр булып эш башлай.

1953 – 1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия театрында актёр булып эшләй. Тап ошо осорҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әнисә Дилмөхәмәтова менән өйләнешеп, бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Юлай – Өфө сәнғәт училещеһының хор һәм дирижёр бүлеген (ҡыҙғанысҡа йәшләй мәрхүм була), ә ҡыҙҙары Шәүрә Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Хәҙерге ваҡытта М. Ғафу-ри исемендәге Башҡорт академия театрының танылған актрисаһы. Шәүрә Дилмөхәмәтованың ҡыҙы (Әнисә һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙың ейәнсәре) Айым да актриса. 1966-1984 йылдарҙа И. Дилмөхәмәтов – Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы
һәм солисы, уникаль виртоуз ҡурайсы, талантлы йырсы-импрови-затор, башҡорт фольклорының белгесе булып китә.

Ҡурайҙа уйнағанда өзләү элементтарын ҡушып ебәреү уның ижады менән бәйләнгән. Ишмулла Дилмөхәмәтов – оҫта өзләүсе.

Дилмөхәмәтовтың ижад иткән әҫәрҙәре: “Тере тупраҡ”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә” һәм башҡалар.

Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа 1973 йылда – БАССР-ҙың, 1975 йылда РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә.

Шулай уҡ, 1970 йылда Ғ. Сәләм, 1974 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге юғары дәүләт премияларына лайыҡ була.

Бөйөк ҡурайсыға арналған сара Благовар районында ла үтте. Уны Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Сараға “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә саҡырыл-ғайны. Улар үҙҙәре менән халыҡ араһында киң танылған “Асанай” халыҡ фольклор ансамблен алып килгәйне. Кисә районыбыҙҙың берҙән-бер ҡурайсыһы Илмир Ҡоҙабаев башҡарыуында Ишмулла Дилмөхәмәтов репертуарынан “Сыңрау торна” көйө менән башланды. Артабан концертты “Асанай”ҙар дауам итте. И. Байбулдин башҡарыуында өзләү, дум-
быра, Р. Сабитова, А. Юлбарисов, И. Ишемйәровтарҙың ҡурай, Ф. Фәхриевтың баян моңдары, Ф. Фәхриевтың һуҡма инструмент-тарҙа уйнауы, Р. Лоҡманованың, Л. Фәттәхованың ҡумыҙ сыңдары, Г. Байбулдинаның дәртле баҫып бейеүе, күңелле таҡмаҡтары, Р. Сабитова башҡарыуында халыҡ йыр-ҙары, ҡобайыр-эпостарыбыҙ тама-шасылар күңеленә хуш килде.

Ике тарихи-мәҙәни үҙәк бындай хеҙмәттәшлекте киләсәктә лә дауам итергә һүҙ ҡуйышты.

Читайте нас: