+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
26 Октябрь 2018, 18:35

Күләмле медиафорум

Район һәм ҡала телеканалдары аудиторияһын, халыҡтың республика һәм урындағы матбуғат баҫмалары менән ҡыҙыҡһыныуын нисек арттырырға – бөтә Башҡортостандан 300-ҙән күберәк журналисты берләштергән күләмле медиафорумда ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне.

Майҙансыҡтар етәкселәре һәм спикерҙары сифатында Дәүләт йыйылышы депуттары, төбәк һәм федераль киң күләм мәғлүмәт саралары директорҙары һәм баш редакторҙары, күренекле блогерҙар, иң эре эҙләү-интернет системаһы вәкилдәре сығыш яһаны.

Форум эше “Төбәк һәм муниципаль телеканалдарҙы үҫ-тереү стратегияһы”, “Интернет киңлегендә киң күләм мәғлүмәт сараларының мөмкинлектәрен киңәйтеү” һәм “Башҡортостан – матбуғат, власть һәм йәмғиәт диалогы территорияһы” тигән дискуссия майҙансыҡтары сик-тәрендә үтте.

Форум “Берҙәм Рәсәй” пар-тияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолдо. Партияның башҡарма комитеты секретары Константин Толкачёв, осрашыу-ҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, матбуғаттың ил тормошонда мөһим роль уйнауын билдәләне. Йәш һәм тәжрибәле журналистар араһында тәжрибә уртаҡлашыуҙан барыһы ла отасаҡ, тине.

“Молодежная газета”ның баш мөхәррире Елена Киселёва редакцияны Интернет киңлегенә күсереү тәжрибәһе менән ур-таҡлашты.

Матбуғат баҫмаларының яҙ-мышы тураһындағы мәсьәләгә аңлатма биреп, БР Матбуғат һәм киң күләм мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов бөгөн гәзит-журналдар-ҙың бурысы – һәр ҡайһыһына үҙ урынын, үҙ аудиторияһын табыу, тине.

Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһының да фекере бер: уникаль рецепт табып булмаясаҡ, әммә барыһы өсөн дә ҡотолоу юлы – күптәргә ҡулай яңы мәғлүмәт технологиялары.

Алдынғы технологияларҙы ин-дереү тураһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та һөйләне. Төбәктә киң күләмле мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк, тип билдәләне ул. Республика етәксеһе Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһында студенттарҙы милли телдә уҡытыу өсөн бюджет урындарын кире ҡайтарыу идеяһын хупланы. Республика Башлығы шулай уҡ милли телевидениены һаҡлауҙың мөһимлеген дә билдәләне. Гәзиттәр, радио һәм телеканалдар тамашасылар ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн сифатлыраҡ контент әҙерләргә тейеш. “Ҡурай” телеканалында хоккейҙы башҡорт телендә трансляциялауҙы ыңғай яҡтан билдәләне, БСТ телеканалын һанлы мультиплексҡа индереүҙе хуплайым, тип өҫтәне төбәк Башлығы. Шуның һөҙөмтәһендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһы ла юғары сифатлы эфир сигналын ҡабул итә аласаҡ.

Читайте нас: