Уҙған йыл районда бе-ренселәрҙән булып “Бәлеш байрамы” уҙҙырылһа, быйыл “Татар халҡының милли ашһыу хазинаһы” тигән фольклор байрам үтте.
Татар халҡының милли йолаларға бай аш-һыу әҙерләү оҫталығы бик күптәндән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында үҙенсәлекле милли аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә ге-
нә хас сифаттарҙы әлегә
тиклем һаҡлаған. Улар-ҙың үҙенсәлеге ауыл тор-
мошоноң ижтимағи, иҡ-тисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле.
Йәрәмкә һәм Кәрәкәшле ауылдарының уңған хужа-бикәләре байрамға күп төрлө ризыҡ әҙерләне: ит бәлеше, ҡабаҡ бәлеше, ғөбәҙиә, тәбикмәк, ҡыҫты-бый, ҡош теле, ҡоймаҡ, бәрәмәс өҫтәлдәрҙе биҙә-
не. Ризыҡтарҙың тәмлеле-
ге уларҙы йөрәк йылыһын ҡушып бешереү һөҙөмтә-һелер, моғайын. Байрамда ауылдың йәше-ҡарты ҡатнашты, фольклор күре-неш күрһәтелде, милли аштар темаһына арнал-ған бәйгеләр уҙғарылды. Унда Йәрәмкә социаль-мәҙәни үҙәгенең “Йәш йөрәктәр” халыҡ фольклор төркөмө ағзалары һәм Йәрәмкә, Кәрәкәшле ауылы килендәре һынау тотто. Йыр-моң, уйын-көлкө оҙаҡҡа һуҙылды. Ә иң һоҡланғысы 4 йәшлек Риана Ғарифуллина бул-ғандыр, ул ҡунаҡтарҙы милли кейемдә сәк-сәк тотоп ҡаршы алды. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан һәм район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо.
Татар аштары тиҙ өлгөрә торған татлы ҡамырҙан әҙерләгән ризыҡтарға бик
бай, уларҙы сәй янына
бирәләр. Татлы ҡамырҙан бешерелә торған ашам-лыҡтар ҡамырға нимә һа-лыныуы һәм әҙерләү ысулы яғынан күп кенә төрки халыҡтарға хас булһа ла, улар оригиналь милли аштарға әүерелеп, тағы ла камиллаша төшкән. Шундай ашамлыҡтарҙың береһе – сәк-сәк, байрамға ун хужабикә ошо татлы ризыҡты әҙерләгән ине. Ә инде ғөбәҙиәне ете хужабикә байрам биҙәге итеп алып килде. Өҫтәлдән шулай уҡ ете бәлеш тә урын алды.
Маҡсатыбыҙ үҫеп килеү-
се йәш быуынға төп ризыҡ рекламалағы чипсы, сохарыйҙар түгел, ә күпереп бешкән икмәк булыуын, сәк-сәк, бәлеш кеүек тәмле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирелеүен аңла-тыу, игенсенең ауыр хеҙ-мәтен данлау ине.
Байрамда ҡатнашыусы-лар рәхәтләнеп ял итте, ихлас күңелдән аралашты. Байрамды ойоштороусылар Әлфирә Әхмәтова һәм уның ярҙамсыһы Зөлфиә Кәшәфетдиноваға рәхмәтлебеҙ, уларға ижади уңыштар теләп, яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.