Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе белдереүенсә, май айында Башҡортостанда юбилейлы тыуған көндәрен билдәләгән 484 йөҙйәшәргә Владимир Путиндан ҡотлау хаттары тапшырылған. Баҡалы, Көйөргәҙе райондарында, Благовещен, Салауат, Туймазы ҡалаларында йәшәгән биш ветеран бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән, 55 кешегә 95 йәш тулған, ә 424-е 90 йәшкә аяҡ баҫ-ҡан.
Беҙҙең районыбыҙҙа ла 90 һәм унан да олораҡ йәштәгеләр байтаҡ. Гәзитебеҙҙә апрель айында 100 йәшен тултырған Әҙиә Шәрипова тураһында яҙған инек инде. Бына тағы ла ошо көндәрҙә уҙған һәм хәҙерге быуаттың данлы, шанлы хәл-ваҡиғаларының шаһиттары булған Болошло ауылынан Ғәшүрә Әбдрәҡипова, Ләбибә Ниғмәтуллина – 90, ә Фәрзәнә Рәхмәтуллина –
95 йәшлек олпат юбилейҙарын бил-дәләне.
Яҡташтары һәм туғандары инәй-ҙәрҙе өлкән йәштә булғандары өсөн генә түгел, ә кешелеклелек, кеселек-лелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.
Тотош быуатҡа яҡын ғүмер ва-ҡиғаларына шаһит булған мөләйем инәйҙәрҙең барлар хәтирәләре бай-таҡ. Уларҙың хеҙмәт юлдары иртә башланған. Аслыҡ йылдарында иҫән ҡалыу өсөн тиҫтерҙәре менән төрлө эштәрҙә эшләргә мәжбүр булғандар. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдары һынауҙарына баш эймәгән улар. Бәләкәй генә икмәк һынығы һәм үлән һурпаһы менән тамаҡ туйҙырып йөрөгән саҡтарын иҫкә алғанда, һаман да күҙҙәренә йәштәр тула инәйҙәрҙең. “Уның ауырлыҡтарын беҙ, балалар ҙа, көндән-көн нығыраҡ тойҙоҡ”, – ти ул-ар.
Юбилярҙарҙың тормош юлы йәш быуынға өлгө булырлыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла бирешмәҫкә. Оҙаҡ йәшәү сере тап ошонда тиҙәр, унынсы тиҫтәне ваҡлаған ағинәйҙәр.
Шул уңай менән инәйҙәрҙе ҡотлар-ға муниципаль район хакимиәте башлығы Ю. Коземаслов, Болошло ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе
Р. Ғәбиҙуллин, ҡунаҡтар, инәйҙәрҙең балалары, туғандары ауыл мәҙәниәт йортона йыйылды.
Юрий Александрович Башҡортос-тан Республикаһы Башлығы Р. Хә-митовтың юбилярҙарҙы ҡотлап яҙған хатын уҡып ишеттерҙе, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тыуған көн-дәрен билдәләүсе инәйҙәр өсөн мул табын һәм “Иҫ киткес ғүмер” тигән бай йөкмәткеле концерт әҙерләгәйне.
Донъя көтөү – баҫыу кисеү тү-гел, тиҙәр. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм дә бүлә-бүлә-сәләренең шатлығы, тормоштоң ыңғай яҡтары инәйҙәрҙе көслө иткән, рухын байытҡан.
Ғүмер юлығыҙҙы артабан да һау-сәләмәт булып барлағыҙ, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!