Ҙур конкуренцияға һәм күп кимәлле һайлап алыу системаһына ҡарамаҫтан, номинанттар һаны йыл һайын уртаса 25 процентҡа арта. Биш йыл эсендә конкурсҡа 6300-ҙән ашыу (уларҙың 1818-е – быйыл) заявка бирелгән.
“Бөтә тармаҡ кимәлендә иң яҡшылар исемлегенә эләгеү – был хеҙмәткәрҙәрҙең генә еңеүе түгел. Уларға ныҡлы тыл тыуҙырыусы, ышаныстарын арттырыусы һәм
номинанттарҙың бөтә башланғыстарында ярҙам итеүсе ғаиләлә-ре, туғандары һәм яҡындарының да уңышы. Атом тармағы профессионалдары рәтенә рәхим итегеҙ, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа уңыштар теләйем!” – тип ҡотланы лауреаттарҙы “Росатом” Дәүләт корпорацияһының персонал директоры Татьяна Терентьева.
Еңеүселәрҙе һайлап алыуҙа эш һөҙөмтәләре, төрлө бурыстарҙы хәл итеүҙәге уңыштар, һөнәри сифаттар ҡаралды. Һәр уңышлы проект артында реаль кешенең исем-шәрифе тора һәм “Росатомдың йыл кешеһе” бәйгеһе уларҙы бөтә тармаҡта күренекле итә.
“Академик Е. И. Забабахин исемен-дәге Рәсәй федераль атом-төш үҙәге – Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү техник-физика институты” ФДУП-ның кесе фәнни хеҙмәткәре Игорь Гәрәев “Фәнни хеҙмәткәр” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Игорь Святославович Шаран районы Һаҡты ауылында тыуып үҫкән. Был тармаҡта Өфө дәүләт авиация-техника университетын тамамлағандан һуң, 2010 йылдан эшләй.
Ошо сағыштырмаса ҡыҫҡа осорҙа Игорь Гәрәев хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Ул 26 фәнни-техник хеҙмәт, 5 уйлап табыу (патент), уйлап табыуға 1 заявка, патентты кертеүгә 4 һәм файҙаланыуға 5 акт авторы.
Беҙ Игорь Гәрәев кеүек башҡа төбәктәрҙә лайыҡлы йәшәүсе һәм эшләүсе, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә һәм хәүефһеҙлегенә үҙ өлөшөн индереүсе яҡташтарыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Афарин, Игорь! Уңыштар һиңә!