Кисәне алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурия Сәләхова “Тыуған яҡ” йырын башҡарыусы Алһыу Шакироваға һүҙ бирә...
Тыуған яҡ!.. Һәр кемгә тыуған яҡ – иң ҡәҙерлеһе, яҡын кешеләрҙең йылыһы, саф һауаһы. Йәйге күктең үҙенә саҡырып ымһындырған зәңгәрлеге, алтынһыу йүкәләрҙең хуш еҫе, уңыш йыйыу ваҡыттары – мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы тормошҡа тәүге аҙымдарҙы яһаған тыуған яҡ киңлектәрен телгә алыу менән, күңелде үткәндәрҙе һағыныу биләп ала. Ошо бер нисә генә һүҙ күпме һоҡланғыс хәтерләүҙе үҙ эсенә алған! Районыбыҙ талантлы кешеләргә бай. Уларҙың һәр ҡайһыһы маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ.
Сәхнәгә яҡташ шағирә, Иҫке Ҡорос мәктәбенең элекке уҡыусыһы Вәжиһа Заһиҙуллина күтәрелә. Уның исеме Удмуртия, Башҡортостан һәм Татарстандағы шиғриәт һөйөүселәргә таныш. Уҡыусы ”Тыуған яҡ таңдары”, “Йырлы шишмәм”, “Өҙөлмәгән өмөттәр”, “Мин ғаләмдең бөртөгө” исемле 4 китабы аша ғына түгел, ә гәзит биттәре, радио, телевидение аша ла белә, ул төрлө сараларҙың ҡунағы ла.
Баҡалы районының йәмле Әхмәр ауылында тыуған ул. Яҙ көндәре ауыл муйыл, йәйгеһен йүкә сәскәһенә күмелә, ә ауылды шундай һылыу ҡайындар уратып алған, иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем быуа буйында балыҡсылар тулы, һыу өҫтөндә өйрәк-ҡаҙҙар йөҙөп йөрөй – ниндәй матурлыҡ! Вәжиһа апай ошо матурлыҡ эсендә үҫә, шуға ла күп шиғырҙары кесе тыуған иленә, туған тәбиғәттең матурлығына, ихтирамға лайыҡ ауылдаштарына арналған: ”Әхмәр – тыуған ауылым”, “Биш шишмәле Әхмәрем”, “Тыуған йортто онотмағыҙ”, “Шишмә”, “Әхмәр һуҡмаҡтарынан” һәм башҡалар.
Кескәй саҡтан әсәһе Нәжибә һәм өләсәһе Фатима бәләкәй ҡыҙҙа Тыуған илгә мөхәббәт тәрбиәләй, уның матурлығын күрә белергә өйрәтә, ә талантлы ҡыҙ бәләкәйҙән үк туған тәбиғәтте яратыу хистәрен шиғыр юлдары менән белдерә башлай.
Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, пионер дружинаһының рәйесе итеп һайлана. 5-се класта уҡ шиғырҙары район, ә урта мәктәптә уҡығанда республика гәзиттәрендә баҫыла башлай. Мәктәпте тамамлағас, баш ҡалала уҡый, тормошҡа сыға. 1975 йылда йәш ғаилә Өфө авиация институты юлланмаһы менән Сарапул ҡалаһына килеп төпләнә. Вәжиһа Хөсәметдин ҡыҙы электрогенератор заводында социолог булып 21 йыл хеҙмәт итә. 1995 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күсә. 40 йыл буйына социология буйынса фәнни хеҙмәттәр яҙа, уларҙы гәзит-журналдарҙа баҫтыра.
Ситтән тороп “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлай. Мәсеттәрҙә ғәрәп телен һәм грамматикаһын уҡыта. Дини темаларға радио-тапшырыуҙар ойоштора һәм алып бара. “Нәүрүз”, “Һабантуй”, Мәүлит һәм башҡа дини байрамдарҙы ойоштора. Татар йәштәрен күренекле дин әһелдәре менән осраштыра. Ижау ҡалаһында “Үҙгәреш” тип исемләнгән гәзит сыға башлай, яҡташыбыҙ унда ла үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта. Шиғырҙарын һәм проза әҫәрҙәрен баҫтыра. Татар телендә урындағы “Туған тел” радиотапшырыуын ойоштороусы ла ул була.
Вәжиһа Заһиҙуллина – Удмуртияла инде күп йылдар татар йәмғиәтенең ихтирамлы лидеры, 1999-2002 йылдарҙа татар милли-мәҙәни йәмғиәтенең рәйесе бөгөн татар ижтимағи үҙәгенең Шура ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.
Ижадына килгәндә, ул документаль хикәйәләр, шиғырҙар һәм йырҙар авторы. Йырҙары сәхнәләрҙә, радио һәм телевидение аша яңғырай. Татар шағиры Муса Йәлилдең 100 йыллығына арналған “Герой шағир”, “Әсәм теле – Туҡай теле”, әсәһенә һәм өләсәһенә бағышланған “Берҙән-берем-әсәйемә”, ”Аҡ яулыҡлы өләсә-
йем” кеүек шиғырҙарын яратып уҡыйҙар. Күп кенә шиғырҙары Бөйөк Ватан һуғышы һәм яратҡан уҡытыусыларына арнап яҙылған. Иҫке Ҡорос мәктәбенең 120 йыллыҡ юбилейына ла, хатта 2018 йыл – Волонтёрҙар йылына бағышлап та шиғыр ижад итеп өлгөргән шағирә. Был әҫәрҙәр барыһы ла кисәлә уҡыусылар башҡарыуында яңғыраны.
Вәжиһа Хөсәметдин ҡыҙы уҡыу-сыларҙы тыуған яҡты яратырға, яҡшы уҡырға, уҡытыусыларҙы ихтирам итергә, тәрбиәле һәм илгә файҙалы кеше булып, туған татар теле менән ғорурланырға саҡырҙы. Тәүге уҡытыусыһы Вәсилә Ихсанова-Зариповаға арналған “Беренсе уҡытыусым”, кисәне алып барыусы, ауылдашы, күршеһе Нурия Сәләхова-Әхмәтйәноваға арналған “Күршеләрҙә биш ҡыҙ үҫте” шиғырын уҡып ишеттерҙе, ижади пландары менән уртаҡлашты. Асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған өсөн мәк-тәп етәкселегенә һәм уҡыусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Кисәлә Таңһылыу Сәлихова, Камила Тимерғәлиева, Әмир Шафиҡов, Динара Ғилуанова, Аделина Ғәние-ва, Илсур Сәмиғуллин, Айнур Закиров, Айһылыу Сәлихова, Гөлшат Кәримова, Оксана Сәрүәрова, Рәмис Ғайсин, Мурад Бахрамов, Рамазан Бахрамов, Аделия Әбделғәлиева, Финат Ғайсин, Ильвина Сираевалар башҡарыуында шиғырҙар яңғыраны. Уҡытыусы Н. Сәләхова уҡыған “Ауылымда аҙан тауышы” шиғыры тамашасы күңеленә хуш килде. Ҡыҙҙар коллективының Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бейеүенән һуң, кисәлә ҡатнашыусылар яу ҡырында ятып ҡалған яҡташтарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ғәлиә Басированың Вәжиһа Заһиҙуллина һүҙҙәренә яҙылған “Биш шишмәле Әхмәрем” йырын башҡарыуы кисәнең биҙәге булды. Беренсе класс уҡыусылары ла ҡалышманы, “Йырсы хәрефтәр” циклынан шиғырҙар һөйләне.
Шағирәнең ижады буйынса ҡыҙыҡлы викторинала Мурад Бахрамов еңде һәм ҡунағыбыҙҙың төп бүләгенә – шиғырҙар йыйынтығына лайыҡ булды.
Вәжиһа Заһиҙуллина – яҡташта-рының ғорурлығы, сөнки ул үҙенең таланты, аҡылы һәм эшһөйәрлеге менән бөгөнгө уңыштарына иреш-кән кеше.
Хөрмәтле ҡунаҡҡа мәктәп директоры В. Семенов рәхмәт белдерҙе, ижади уңыштар теләне һәм сәскә бәйләме бүләк итте.