-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Июль 2018, 12:53

“Түңәрәк өҫтәл” үтте

Март аҙағында районыбыҙҙа Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостан автономияһын төҙөүҙә генерал Хажи-Әхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың роле” тигән тамаға “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Март аҙағында районыбыҙҙа Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостан автономияһын төҙөүҙә генерал Хажи-Әхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың роле” тигән тамаға “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны район хакимиәте ярҙамы менән Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вахит Ҡадиров сәләмләне. Шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл” эшендә Милли архив хеҙмәткәре, рус телендә нәшер ителгән “У истоков Башкирской республики” китабының авторы Азат Ярмуллин ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында был йыйынтыҡҡа Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған билдәле 60 милли хәрәкәт эшмәкәре һәм башҡорт милли ғәскәре сардарҙарының биографияһы тупланыуы тураһында һөйләне. “Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә хәл иткес роль уйнаған шәхестәр араһында, – тип билдәләне тарихсы, – һеҙҙең яҡташтарығыҙ генерал Х. И. Ишбулатовтың, офицерҙар ағалы-ҡустылы Хәлил һәм Усман Тереғоловтарҙың булыуы ғына ла ни тора?! Ошондай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе халыҡҡа еткереү, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса изге эштәр атҡарырға кәрәк”, – тине ул.

Районда Өйҙрәкбаш мәктәбе директоры Рәйсә Мәжит ҡыҙы Төхфәтуллинаны тарихсы булараҡ та яҡшы беләләр. Балаларға халҡыбыҙҙың тарихын өйрәтеүгә күп көс һалған, мәктәптә үҙенсәлекле тарих музейы ойошторған, милли рух тәрбиәләгән педагогтың сығышы был юлы ла йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы. Ул, тарихи факттарға нигеҙләнеп, генерал Ишбулатовтың Башҡортостан дәүләтселеген тө-ҙөүҙәге әһәмиәтен ысынбарлыҡта күҙ алдына баҫтырҙы, уның революцияға тиклем үк Шәйехзада Бабич менән таныш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡорт армияһындағы берҙән-бер генералдың туғандары – бүләсәһе Ирина һәм Зәйнәб Ишбулатовалар Хажи-Әхмәт Исхаҡ улының тормошондағы яңы мәғ-лүмәттәр менән таныштырҙы. Ә Ямаҡай моделле китапхана мөдире Айҙар Ҡарасурин генералдың тормошо киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылыуы тураһында бәйән итте.

“Түңәрәк өҫтәл”дәге сығыштарҙан һуң резолюция ҡабул ителде. Уға ярашлы районда башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар-
ҙы дауам итеү, генерал Х. И. Ишбулатовҡа таҡтаташ асыу ҡаралды.

Иҫ киткес бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән бөйөк беҙҙең башҡорт милләте. Ана шул данлы үткәнебеҙҙе онотмай, халҡыбыҙҙың бөйөк ул-ҡыҙҙарының изге эшен артабан дауам итеү – һәр кемдең изге һәм мөҡәддәс бурысы. Ул телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлауға, рухлы быуын тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Милләттең киләсәген тап улар билдәләй ҙә инде.

Читайте нас: