+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Июль 2018, 12:55

Китапханасы Фәниә

1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Указға ярашлы китапханалар көнө тип 27 май билдәләнә.

1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Указға ярашлы китапханалар көнө тип 27 май билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә инә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта был китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн ул Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.

Китаптар донъяһы шундай мөғжизәле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы, серле бер һандыҡ һымаҡ. Һәр бер яңы серен асҡан һайын, тағы ла нығыраҡ серлеләнә төшә, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә әйҙәй. Был донъяға бер сумған кеше китаптан бүтән айырыла алмай. Шуғалырмы, китапхана иң ҙур байлыҡты һаҡлаусы бер мәҙәни һарай һымаҡ. Ә китапханасылар – уның серҙәренә төшөнгән һаҡсылары. Шундайҙарҙың береһе – Болошло моделле ауыл китапханаһы китапханасыһы Фәниә Хәмит ҡыҙы Ғүмәрова.

Фәниә Хәмит ҡыҙы китапханала Өфө китапхана эштәре колледжын бөткәндән һуң эшләй башлай. Шулай итеп, мауыҡтырғыс, бер үк ваҡытта тынғыһыҙ китапхана эшенә – китап донъяһына сума. Китапханасының эше китаптар биреүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ф. Ғүмәрова китаптарҙы уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләй, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар ойоштора. Уның китап һөйөүселәре ижади бәйгеләрҙә, тематик байрамдарға арналған түңәрәктәрҙә һәм башҡа төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Китап һәм уҡыусы араһын яҡынайтып, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытыу өсөн ҙур көс һала ул. Ул үҙ һөнәренә бик яуаплы ҡарай, сөнки халыҡ менән эшләй.

Китапханалар элек-электән рухи тәрбиә, кешегә мәҙәни белем биреү һәм тәрбиә үҙәге булған һәм хәҙер ҙә бында шул йүнәлештә эш алып барыла. Ф. Ғүмәрова хеҙмәттәштәре менән йыш ҡына фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та саралар ойоштора. Яңы китаптарҙың исем туйҙары, юбиляр яҙыусыларға арнап әҙәби кисәләр, китап уҡыусылар конференциялары, осрашыуҙар һәм башҡа сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ғөмүмән, китапханала үткән һәр бер сара тәрбиәүи маҡсатта үтә. Ҡарашынан изгелек бөркөлгән, бар булмышынан яҡтылыҡ, нур сәселгән был мөләйем ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Матур, изге күңелле Фәниә Хәмит ҡыҙын хеҙмәттәштәре хөрмәт, ихтирам итә. Ул эшендә генә түгел, тормошонда ла уңған, маһир, бөтмөр ҡатын-ҡыҙ, һөйөклө ҡатын, балаларына яратҡан әсәй.

Читайте нас: