+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Июль 2018, 12:58

Алтын ҡуллы ир-егет

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиелә халыҡ мәҡәлендә. Эйе, ир-егеттәребеҙ ҡайһы ғына эшкә тотонһалар ҙа, тырышып, еренә еткереп башҡара.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиелә халыҡ мәҡәлендә. Эйе, ир-егеттәребеҙ ҡайһы ғына эшкә тотонһалар ҙа, тырышып, еренә еткереп башҡара.

Ошо айҙа Социаль хеҙ-мәткәрҙәр көнө билдәләнде. Шул уңайҙан гәзит уҡыу-сыларыбыҙҙы өлкәндәр һәм инвалидтар интернат-йортонда ғүмер итеүсе Владислав Капустин (фотола) менән таныштырабыҙ. Ул 1974 йылда Бәләбәй ҡалаһында тыуа. 8 класты тамамлағандан һуң, һөнәри училищела станокта эшләүсе, фрезеровщик һөнәрен үҙләштерә. Хәрби хеҙмәтен Кавказ яҡтарында үтә. Өлкән сержант В. Капустин мәжбүри хәрби хеҙмәтенән һуң, контракт буйынса тағын 6 йыл армия сафында ҡала. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡандан һуң, “Автонормаль” заводында фрезеровщик булып эшләй.

Бәлә аяҡ аҫтында тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Владислав менән дә шундай хәл килеп сыға, аяғын юғалта. Күп кеше шундай ваҡытта төшөнкөлөк-кә бирелә, донъянан ваз кисә. Беҙҙең герой үҙендә көс таба, ҡул эштәре менән шөғөлләнә башлай. Бөгөн алтын ҡуллы егетебеҙ өлкәндәр һәм инвалидтар интернат-йортоноң ишек алдарын тәгәрмәстән киҫеп яһалған сәскә клумбалары менән биҙәй, шулай уҡ, ағасты киҫеп биҙәү менән дә шөғөлләнә.

– Яҙмыштан уҙмыш юҡ, Хоҙай яҙғанды күрмәйенсә булмай. Иң мөһиме – йәшәргә тырышыу. Тормош дауам итә. Талант кешелә тыуғас та була, уны тик үҫтерергә генә кәрәк, – ти Владислав.

Беҙ уңған, оҫта ҡуллы Владислав Валерьевичҡа тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Читайте нас: