Ә кисен йәше-ҡарты яҡташта-рының сығыштарын ҡарарға Мәҙәниәт һарайына ағылды. Һәүәҫкәр артистар ауылдаштарын шат күңел менән ҡаршы алды. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йөҙҙәре ҡояштай балҡып торҙо. Улар сәхнә оҫталыҡтарын күрһәтте. Тамашасыларҙы сығыштары менән генә түгел, йөрәк йылылығы менән дә шатландырҙы. Ә ауылдаштары, үҙ сиратында, уларҙы ҡайнар алҡыштар менән ҡаршы алды. Башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә яңғыраған йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде.
Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Ирина Рәхмәтуллина халыҡты сәләмләне:
– Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең күңелегеҙ һәр ваҡыт йәш, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәй. Һәр саҡ шулай шат күңелле булып, һәр тыуыр таңға шатланып йәшәгеҙ.
Байрам бик күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ булды, йәш быуын вәкилдәре өсөн ҙур үрнәк тә ул. Ләкин ярыш ярыш инде: уның еңеүсеһе һәм еңелеүсеһе була. Шулай итеп, төрлө номинацияларҙа билдәләнделәр: “Нәфис һүҙ” – Рима Мәхмүтова; “Халыҡ йырҙарын пропагандалау” – Ялаевтар, Корниловтарҙың ғаилә дуэттары, Зинаида Шпейк, Зинаида Цыганова; “Иң өлкән ҡатнашыусы” – Кәбир Юнысов, “Башҡарыу оҫталығы” Фидалия Вәлиәхмәтова; “Үҙенсәлекле башҡарыу” Зифа Хәсәнова һәм Зоя Михайлова дуэты (8-се Март исемендәге ауыл клубы). Уларға диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Дипломдарға лайыҡ булған айырым башҡарыусылар:
III дәрәжәлә – Борис Егоров (Юғары Оло Йылға), Флүзә Бикбаева (Йәрмәкәй);
II – Рүзилә Ғәйфуллина (Тарҡазы), Ихсан Ғәзизов (Йәрмәкәй);
I – Флүрә Низамова (Иҫке Шах).
Коллективтар араһында бүләклә-неүселәр:
III дәрәжә дипломға: “Россиянка” (8-се Март исемендәге ауыл) фольклор коллективы;
II – “Сөмбөл” башҡорт халыҡ фольклор коллективы (Йәрмәкәй), “Илем” сыуаш халыҡ фольклоры төркөмө;
I – район Мәҙәниәт һарайының гармунсылар ансамбле.
Ҡалғандарға әүҙем ҡатнашҡан өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Осрашыу аҙағына ла яҡынлашты.
– Һеҙ, хөрмәтле ветерандар, тағы бер тапҡыр “өлкәндәр” һүҙенең һеҙгә ҡағылмауын иҫбатланығыҙ. Тормоштан йәм табып йәшәүегеҙ беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Киләсәктә лә яңы үрҙәр яуларға насип итһен һеҙгә, – тип оҙатты уларҙы тамашасылар.