+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
24 Май 2018, 13:05

Октябрьский “Ынйылары”

Октябрьский ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы “Ынйылар” ансамбле үткән йыл аҙағында “Боронғо халыҡ йырҙарын данлаған өсөн” тигән бүләккә лайыҡ булды. Республика асыҡ “Көҙгө һулыш” конкурсының ойоштороу комитеты дипломында шулай тиелгән.

Октябрьский ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы “Ынйылар” ансамбле үткән йыл аҙағында “Боронғо халыҡ йырҙарын данлаған өсөн” тигән бүләккә лайыҡ булды. Республика асыҡ “Көҙгө һулыш” конкурсының ойоштороу комитеты дипломында шулай тиелгән.

Хәҙер ул “Тыуған ерем – алтын бишек” мәҙәни-танып белеү программаһын әҙерләй. Заман һулышын, быуаттар моңон тойоу.... Коллективтың тап ошо үҙенсәлеге йәлеп итә лә инде халыҡты. Ата-бабаларыбыҙ йырҙары күңелдә аңлата алмаҫлыҡ тойғолар уята. “Ынйылар”ҙың һәр йырсыһының йырға һәм коллективҡа ҡарата үҙ мөхәббәт тарихы бар.

Гөлсирә Ахунова:

– Ансамблгә нигеҙ һалыусы Дилбәр Фәхретдинова бер ваҡыт осрашҡас, күптәнге хыялы тураһында һөйләне. Башҡорт ансамбле ойоштороу ине уның теләге. Минең дә күңелемдә шундай теләк бөрөләнеп килә ине. Һәм беҙ Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ул ваҡыттағы етәксеһе Алһыу Хөсәйенова янына килдек. Ул беҙҙе яҡшы ҡаршыланы. Ул да шул уй менән яна икән. Беҙ балалар баҡсаларында эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыларын саҡырҙыҡ. Эштәр алға китте. Дөрөҫ, халыҡтың бер өлөшө тора-бара таралды. 4-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы һәм башҡорт теле уҡы-тыусыларының ҡала берләшмәһе методисы Гөлназ Камил ҡыҙы хеҙмәттәштәрен саҡырырға тәҡдим итте, Дилбәр Нәзир ҡыҙы уларҙың һәр ҡайһыһы менән әңгәмәләште. Шулай итеп, ансамблгә уҡытыусылар килде. Коллективты “Ынйылар” тип атаныҡ. Сығыштарыбыҙ өсөн костюмдар булмау ғына кәйефте ҡырҙы. Дилбәр Нәзир ҡыҙы уларҙы ҡаланың балалар баҡсаларынан йыя ине. Һуңыраҡ мәҙәниәт бүлеге аша беҙҙең өсөн күлдәк һәм камзулдар тектерҙеләр. Дилбәр апай һәр беребеҙгә түшелдерек яһаны: үҙ аҡсаһына туҡыма һатып алып, кистәрен уны текте һәм сигеү сикте. Әммә костюмдарҙы алыштырырға ла кәрәк ине һәм ул: “Әйҙәгеҙ, алъяпҡыстар тегәйек!” тип тәҡдим итте. Икәү бергә өлгөләрен киҫтек, мин тегәм, ә ул, күҙен ҡыҙғанмайынса, сигеү сигә. Йолаларҙы сәхнәләштерә башлағас, ҡашмау, япмалар талап ителде, ул йәнә ҡул эшенә тотондо. Мең рәхмәт уға бының өсөн! Уның туғаны Тәлиғә Әхмәт ҡыҙы ла үҙ өлөшөн индерҙе: ансамбль ағзаларына аҡ шәлдәр бүләк итте.

Ултырып илар саҡтар күп булды. Әммә беҙ бирешмәнек. Аллаһыбыҙға шөкөр, еңеп сыҡтыҡ. Юбилейыбыҙ – биш йыллығыбыҙҙы матур итеп үткәрҙек. Һәм тағы ла әйтеп үтәм: Дилбәр апай беҙҙең терәк ул, ансамблебеҙҙең әсәһе кеүек, мин уны ихтирам итәм. Беҙ хәҙер үҙебеҙҙең ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа райондарында ла, хатта Татарстанда, Ырымбур өлкәһендә сығыш яһайбыҙ, фестиваль һәм концерттарҙа ҡатнашабыҙ. Шулай итеп, “Ынйылар” әүҙем алға бара.

Гөлдәр Сәйфуллина:

– Әгәр яҙмыш һеҙҙең алда бер ишеген япһа, икенсеһен аса. Яңы мөмкинлектәр бирә. Минең өсөн ансамбль шундай мөмкинлеккә әүерелде. Мин фекерҙәштәр таптым, рухи яҡтан яҡын дуҫтарым бар. Был бәхет! Октябрьский ҡала хакимиәтенә фестивалдәргә, бәй-геләргә барырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт. Мәҙәниәт бүлеге һәр яҡлап та булышлыҡ итә. Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Гөлназ Сәхәбетдинова ансамбль өсөн иркен, яҡты бүлмә бирҙе. Шатлығыбыҙ, рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Һүҙемде йомғаҡлап, ансамблгә нигеҙ һалыусы Дилбәр апай тураһында әйтәһем килә: ҡалабыҙ өсөн, беҙ, башҡорттар өсөн ул бик күп эш башҡара. Телебеҙ киләсәге тураһында һөйләгәндә был шулай уҡ мөһим. “Ынйылар” беҙҙең йыуаныс, өмөтөбөҙ, быны бөтә йөрәк менән аңлайбыҙ.

Зилара Китаева:

– Халыҡ йырынан да яҡшырак нимә бар? Унда быуаттар төпкөлөнән килгән саф хистәр – шатлыҡ, мөхәббәт, ынтылыш, өмөт сағылған. Байрам табыны артына ултырып, тыуғандары, яҡындары менән башҡорт йырҙарын бергәләп башҡарған кешеләрҙән һәр саҡ көнләштем. “Ынйылар” ансамбле ойошоу менән килдем дә: “Бер генә башҡорт йыры булһа ла өйрәтегеҙ!” – тинем. “Гөлбикә”не ятланым. Ансамблдә ҡалдым, һәм бына һигеҙенсе йыл инде йыр менән бергә беҙ.

Флүрә Зиннәтуллина:

– ҡалала башҡорт ансамбле барлығын күптән белә инем. 15 февралдә әхирәттәрем концертҡа саҡырҙы. Ул башынан аҙағына тиклем фәҡәт туған телдә барҙы. Был йырҙар һәм көйҙәр миңә өләсәйемде иҫкә төшөрҙө. “Ҡунаҡ һыйлау” йолаһы оҡшаны. Концерттан һуң йырсы ҡыҙҙарға рәхмәтемде белдерҙем, ә улар мине үҙҙәренә саҡыр. Хәҙер бергәләп боронғо йырҙарҙы өйрәнәбеҙ. Тағы оҙаҡ йылдар бергә-бергә сәхнәләрҙе биҙәрбеҙ, тип уйлайым.

Айгөл Әминева:

– Мин Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылынан. Октябрьскийҙа “Ынйылар” ансамбленә һәм 12-се мәктәпкә эшкә килеүем бер йылда булды. 2010 йылдың көҙөндә ойошҡан ансамблдең мәшәҡәттәре, коллективтың ойошоу тарихы миңә яҡшы таныш. Ул осорҙа ауырлыҡтар күп булды.

Бөгөн “Ынйылар” – байтаҡ ҡаҙаныштары булған, көслө, алға барыусы ижади коллектив, минеңсә. Репетицияларға йөрөү, ансамбль етәкселәре һәм ағзалары менән аралашыу, уларҙың – тәжрибәле әсәләрҙең, апайҙарҙың кәңәштәре миңә рухи аҙыҡ, йән тыныслығы, илһам бирә. Һигеҙ йылда беҙ бер ғаиләгә әүерелдек: бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, уй-фекерҙәребеҙҙе уртаҡлашабыҙ, кәңәш ҡорабыҙ. Киләсәктә ансамблгә рухи яҡтан тәрбиәле йәштәр киләсәк, ул тағы ла көслөрәк, байыраҡ буласаҡ тигән өмөттә ҡалам.

Луиза Чижикова:

– Бер ваҡыт бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән улымды көтөп торғанда Халыҡтар дуҫлығы йорто фойеһында төрлө ансамблдәр фотоларын ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙом. Минең иғтибарҙы йәлеп иткән ансамбль “Ынйылар” тип атала ине. Милләтем башҡорт, мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнаша инем, һәм Гөлсирә апайҙы осратыуыма бик шат инем. Ул минең ҡыҙыҡһыныуымды күреп, ансамблгә саҡырҙы. Ошо осраҡлы танышыу аша мин иҫ киткес кешеләр менән осраштым.

Гүзәл Харрасова:

– Тулҡынланып, 2011 йылды иҫкә алам, уны һағынам. Мин ансамблгә килгән йыл был. Ни өсөн һағынаммы? Сөнки таныш булмаған урынға килеп, туған телдә һөйләшә лә белмәгән килеш мин башҡортса аралашыу шатлығын татыным. Етмәһә, ҡасан да булһа башҡорт телендә йырлармын, сәхнәгә сығырмын тип уйлағаным да булманы. Ә мине саҡырҙылар. Был ансамблгә эләгеүемә сикһеҙ шатмын. Туған телеңдә аралашыу үҙе бәхет бит ул. Бик күп ғәжәйеп кешеләр менән таныштым. Эш бер ҡасан да бөтмәй ул, шуға күрә үҙең өсөн ваҡыт табырға кәрәк. Үҙгәреп, яңы тормошҡа аяҡ баҫҡас, яңы кешеләр менән танышҡас, тормош ваҡ-төйәге онотола, хис-тойғолар арта, тормош йәмләнә, хәтерҙә бары тик матур миҙгелдәр генә һаҡлана.

Гөлнара Харисова:

– Эш һәм йорт мәшәҡәттәрен онотоп тороп, ансамбль ҡыҙҙарына эйәреп репетицияларға, бәйгеләргә, ҡалала үткән сараларға 2013 йылда йөрөй башланым. Туған телемдә һөйләшә алыуым, йырлауым, бейеүем менән бәхетле мин. Ансамбль коллективына киләсәктә ижади уңыштар, сәләмәтлек, бәхет теләйем. Беҙ, “Ынйылар”, етәкселәребеҙ Зөлфиә Рәхмәтулла ҡыҙы менән Рифҡәт Ғафаровҡа рәхмәтлебеҙ.

Рифҡәт Ғафаров:

– Ошо йылдарҙа бик күп эштәр башҡарылды, яңы үрҙәргә сыҡтыҡ, үҙенсәлекле коллектив булдырҙыҡ. Үҫешебеҙҙе дауам итәһе, яңы баҫҡысҡа күтәреләһе, халыҡҡа йыр аша башҡорт мәҙәниәтенең күп ҡырлылығын, үҙенсәлеген күрһәтәһе килә. Коллективҡа ҙур рәхмәт.

Зөлфиә Сафиуллина:

– Ансамблгә 8 йыл элек килдем. Ҡаланың 8-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытам. Ҡала мәктәптәрендә, колледждарында һәм үҙәк китапханала ойошторолған сараларҙа, төрлө байрамдарҙа әүҙем ҡатнашҡан, республика, Төбәк-ара конкурстарҙа еңеү яулаған “Ынйы” ансамбле ҡыҙҙарын ғорурлығым тип һанайым. Сөнки улар бар ерҙә лә өлгөрә.

Рәхмәтлемен бөгөн ансамблгә. Оло рәхмәтемде еткергем килә хаҡлы ялға сығып, буш ваҡытын “Ынйы”ға бағышлаған, беҙҙе үҙ балаларылай күргән, башҡортлоҡто алға сығарған хөрмәтле апайыбыҙ Дилбәр Нәзир ҡыҙына, 12-се мәктәптең сығыштарыбыҙға матур сценарийҙар яҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Әминоваға, ансамблебеҙҙе ҡобайырҙары ме-нән биҙәгән Гөлсирә Ахуноваға, йыраҡ араны яҡын итеп, туған телен өйрәнеү маҡсаты менән йөрөгән, хаҡлы ялда булған Зилара Китаеваға, йәш ҡыҙҙарыбыҙ – 12-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Харисоваға, нефть колледжы уҡытыусылары Гүзәл Харрасова менән Гөлдәр Сәйфуллина һәм “Диана” йәмғиәте кондитеры Луиза Чижиковаға.

Уҡытыусы – алтын терәк. Беҙҙең терәгебеҙ булып Халыҡтар дуҫлы-
ғы йорто хеҙмәткәрҙәре Рифҡәт Ғафаров һәм Зөлфиә Рәхмәтуллина булды. Уларға оло рәхмәтемде еткерәм. Ҡуйған маҡсатына тоғро ҡалған ансамбль ҡыҙҙары һәм уй-лап эш иткән ир етәксе булған коллектив яҡшы һөҙөмтәгә килтерә. Ысынлап та, шулай. Киләсәктә яңы йырҙар, яңы сәхнәләрҙә бай, йөкмәткеле сығыштар, еңеүҙәр теләйем ансамблебеҙгә. Иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, киләсәктә лә бергә-бергә Октябрьский ҡалаһында башҡорт мәҙәниәтен алға атлатайыҡ.

Гәзит аша Октябрьский ҡалаһы башҡорттарына мөрәжәғәт итәм. Мәҙәниәтебеҙ бик бай. Шул бай-лыҡты ғаиләбеҙгә, балаларыбыҙға, яҡындарыбыҙға еткерәйек. Был байлыҡтың тамыры, киләсәге бар. балаларыбыҙҙы рухи байлыҡтан мәхрүм итмәйек. Өҫтәп, башҡорт йырын, ҡобайырҙарын, таҡмаҡтарын тыңларға яратҡандарҙы һәм өйрәнергә теләгәндәрҙе ансамблгә саҡырабыҙ. Килегеҙ!

Был битте Светлана

Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: