+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
14 Май 2018, 16:50

Тәжрибә уртаҡлаштыҡ

Март аҙағында беҙҙең район Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының зона кәңәшмәһен һәм коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмалар вәкилдәре өсөн семинар үткәреү майҙансығына әйләнде.

Март аҙағында беҙҙең район Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының зона кәңәшмәһен һәм коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмалар вәкилдәре өсөн семинар үткәреү майҙансығына әйләнде.

Зона семинарында Октябрьский ҡалаһы, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран, Саҡмағош муниципаль райондарында эшләп килгән Йәмәғәт советтары ағзалары, ошо уҡ райондарҙан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова Бүздәк районы менән таныштырып үтте. Зона кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина сәләмләне.

БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, БР Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы төҙөлгән Йәмәғәт советы рәйесе Лида Исаргакова етәкләгән Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлекте һәм иреклелекте үҫтереү комиссияһы “Актив граждандар – БР Йәмәғәт советтары ағзаларын ойоштороу, хоҡуҡи уҡытыу“ мәғариф программаһын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Был программаға Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт советтары ағзаларын ойош-тороу-хоҡуҡи уҡытыу, Йәмәғәт контроле тураһындағы законды тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле механизмдарын асыу кеүек сара-
лар индерелгән.

БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Салауат Мөсифуллин үҙенең
сығышында сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәмәғәт советтарының төрлө өлкәләрҙә-ге йәмәғәт контролен ойош-
тороу эшсәнлеген мониторинглау мәсьәләләренә, шулай уҡ барлыҡҡа килгән төп проблемаларға йүнәлтте. Тәжрибә уртаҡлашыу ҙа үткәрелде. Семинар йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.

Семинарҙың икенсе майҙансығының эшмәкәрлеге ғәмәли йүнәлештә булды. Уны проект етәксеһе Ольга Панчихина һәм БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһының дәүләт һәм муниципаль идара кафедраһы доценты Нина Филиппова алып барҙы. Сара аҙағында анкета һорауҙарына яуап биреү, шәхси консультациялар үткәрелде.

Читайте нас: