+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
14 Май 2018, 16:52

Сал тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Ошо көндәрҙә район китапханаһында районыбыҙҙа тарихсы, этнограф булараҡ билдәле Марат Һөйөндөков менән осрашыу булды.

Ошо көндәрҙә район китапханаһында районыбыҙҙа тарихсы, этнограф булараҡ билдәле Марат Һөйөндөков менән осрашыу булды. Сараға уҡытыусылар, уҡыусылар, ғөмүмән, үҙ иленең, еренең тарихына битараф булмағандар килде. автор ҡунаҡтарҙы “Буздякские корни” тип аталған китабы менән таныштырҙы.

Был китабымды яҙыу еңелдән булманы, – тип белдерҙе Марат Усман улы. – “Ревизские сказки”, архив материалдары менән оҙаҡ эшләргә тура килде. Бигерәк тә “Мәсет китаптарын” тәржемә иттереү ауырға төштө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, китап донъя күрҙе. Әлбиттә, был йыйынтыҡта барлыҡ архив документтары ла индерелмәгән. Факттар менән тулыландырылған был китабымда шәхсән фәлсәфәүи фекерҙәрем юҡ. Һөйөндөковтар шәжәрәһе менән бер рәттән Бүздәк ерлегендәге аҫаба башҡорттар, мырҙалар тоҡомдары хаҡында
ла күп кенә мәғлүмәт бар. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Бүздәк яугирҙары тураһында ла материал бирелгән.

М.Һөйөндөковтың тормош юлы хәрби хеҙмәт менән тығыҙ бәйле.

– “Мәктәптән һуң ҡайҙа барырға тигән һорау тыуғас, атайым әрме хеҙмәтенә бар, тип кәңәш бирҙе. Шунан бирле мин – хәрби, шулай булғас, уҡыған, яҙған хеҙмәттәрем дә тарих менән бәйле, – ти ул.

Тарих һөйөүселәр өсөн бик мөһим хеҙмәт ул.

Читайте нас: