+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
8 Май 2018, 14:06

Сәхнәлә – “Игеҙәктәр”

Апрель башында Туймазы татар драма театрында

Апрель башында Туймазы татар драма театрында

Ә. Атнабаев әҫәре буйынса комедия премьераһы үтте

“Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала. Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә, исеменән үк күренгәнсә, игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ғ. Сәләм исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнғәм Атнабаевтың әҫәренә туҡталыу осраҡлы түгел, спектакль талантлы әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Спектаклде театрҙың баш режиссёры Илнур Муллабаев сәхнәләштерә, рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостан-дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин.

Читайте нас: