+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
28 Апрель 2018, 17:00

Башҡорт халҡының бөйөк ҡыҙы

Үҙәк китапханала Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы «Башҡорт халҡының бөйөк ҡыҙы» тип аталған хәтер кисәһе үтте.

Үҙәк китапханала Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы «Башҡорт халҡының бөйөк ҡыҙы» тип аталған хәтер кисәһе үтте. Башҡортстан Республикаһының беренсе халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып шиғыр китаптарын баҫтырған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған, беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән нәфис һүҙ оҫтаһы.

Хәтер кисәһенә башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары, уҡыусылар, китапханасылар, «Алтын башаҡ» әҙәби берләшмәһе ағзалары саҡырылған ине.

Кисә Зәйнәп Биишеваның шиғырҙары, китаптары, фоторәсем-дәренән төҙөлгән слайд-тамашанан башланып китте. Алып барыусылар танылған башҡорт яҙыусыһының тормош һәм бай ижад юлына күҙәтеү яһаны.

Зәйнәп Биишеваның балалар ижады менән танышырға «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәре буйынса эшләнгән буктрейлер ярҙам итте. Үҙәк балалар-үҫмерҙәр китапханаһы хеҙмәткәрҙәре яҙыусының балалар өсөн яҙылған китаптары буйынса бик ҡыҙыҡлы күргәҙмә әҙерләгән ине.

Һүҙ йәш китап уҡыусыларыбыҙға бирелде. Әгертамаҡ урта мәктәбе-нән Э. Ғәлимов, Сәрән урта мәктәбе-
нән Д. Фәхретдинова, Төмәнәк урта мәктәбенән А. Карипова, Татар-Олҡан урта мәктәбенән Ф. Шафиҡов Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын башҡорт телендә һөйләне. Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Яхъя ҡыҙы Кәримова талантлы яҙыусының «Хәйерле көн!», «Үтеп барам» шиғырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп уҡыны.

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, шағир Фатих Сайфрандың, «Алтын башаҡ» әҙәби берләшмәһе ағзаһы Фәнүзә Яҡупованың сығыштары кисәне тағы ла йәмләндерҙе.

Биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Әлфиә Шәйҙуллина китап уҡыусыларға Зәйнәб Биишеваның ижадын тәрәнерәк өйрәнергә, онотмаҫҡа кәрәклеген билдәләне.

Читайте нас: