+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
19 Апрель 2018, 12:47

Һыу – тормош

1993 йылда БМО-ның генераль ассамблеяһы тарафынан раҫланған ул. Рәсәй Федерацияһында был дата 1995 йылдан “Һыу – ул тормош” девизы аҫтында үткәрелә.

1993 йылда БМО-ның генераль ассамблеяһы тарафынан раҫланған ул. Рәсәй Федерацияһында был дата 1995 йылдан “Һыу – ул тормош” девизы аҫтында үткәрелә.

Бар тере йән эйәһенә кәрәкле һыуҙың хаҡын билдәләп булмай. Үкенескә уның эсергә яраҡлыһы, сифатлыһы Ер йөҙөндә самалы. Планетабыҙҙың дүрттән бер өлөшө һыу менән ҡапланһа ла, уның тап сөсөһө етешмәй. Бар донъяла миллиардтан ашыу кеше бысраҡ һыу ҡуллана. Йыл да өс миллионға яҡын кеше, башлыса балалар, насар сифатлы һыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан һәләк була. Әйтергә кәрәк, кешеләрҙең 80 процентына сир тап һыу аша күсә.

XXI быуат уртаһына сөсө һыу етешмәүе глобаль проблемаға әйләнеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта 43 илдә 700 миллионға яҡын кеше һыуһыҙ интегә. Гидроресурстарҙы тәләфләү һаман да дауам итһә, был һан 2025 йылға 3 миллиардтан ашасаҡ.

Беҙҙең илдә һәм республикала һыу запастары етерлек, тип әйтергә була. Әҙерләү станцияларында ла ул нормаларға тап килә. Республиканың төп һыу сығанағы исемен хаҡлы рәүештә Ағиҙел йылғаһы йөрөтә.


Читайте нас: