Геройҙарымдың тормошонда ла шулай булған. Улар бер-береһен инде күптән белгән. Мөхәббәт улар йөрәгенә көтмәгәндә килеп инә.
– Беҙ клубта инек. Өйгә ҡайтырға сыҡҡас, иптәш ҡыҙым минән: “Кем ул теге сибәр, гармунда өҙҙөрөп уйнаған егет?” – тип һораны.
– Михайловка ауылы егете Володя Журавлев. Мин уны күптән беләм, атаһы минең олатайым менән бергә эшләй. Егет үҙ фамилияһын ишетеп, уны саҡыралар тип уйлап, беҙҙе оҙата китте. Артабан барыһы да төштәге кеүек булды, дуҫлығыбыҙ ҡайнар мөхәббәткә әүерелде, – тип иҫкә ала Тамара Фёдоровна.
– Уны мин күптән күҙләп йөрөй инем инде, янына барырға ҡыйыулығым ғына етмәне, бик оялсан булдым. Мин уның йырлағанын ярата инем. Һәм ауыҙынан үҙемдең фамилиямды ишеткәс, ҡанат үҫеп киткәндәй булды, арттарынан эйәрҙем, – тип, һүҙҙе дауам итте Владимир Иванович
Шулай итеп, ике йәш йөрәк йыл ярым осрашып йөрөгәс, ғаилә ҡороп ебәрә.
Тамара Богородский ауылында тыуа. 11-се класты тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын башлай, 37 йылға яҡын Суҡҡул ауылы мәктәбе интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Бар йөрәген, күңелен балаларға арнай. Бөгөн ул Раиса Михайлова менән бергә “Ҡайынҡай” мордва төркөмөн етәкләй һәм уның солисы.
– Улар район конкурстарында һәм үҙешмәкәрҙәр смотрҙарында әүҙем ҡатнашып, күп тапҡыр лауреат булды. Ауылдағы бер сара ла улар дуэтынан башҡа үтмәй. Беҙҙең ауыл биләмәһе был апайҙар менән бик ғорурлана, – ти Суҡҡул ауыл клубы хеҙмәткәре И. Сулпанова.
Владимир 10-сы класты тамамлағандан һуң электрик һөнәрен үҙләштерә һәм армия сафына алына. Белоруссияла ракета ғәскәрҙәрендә 3 йыл хеҙмәт итә. Сержант дәрәжәһенә күтәрелеп, хеҙмәтен тултырып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Йәрмәкәй электр селтәрҙәре предприятиеһына урынлаша. Унда 16 йыл эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын һөнәре буйынса Себер яҡтарында дауам итә.
Журавлевтар баһадирҙай ике ул тәрбиәләп үҫтереп, оло юлға сығаралар. Улар икеһе лә юғары белемле. Бөгөн өс ейәнсәрен тәрбиә-ләргә ярҙам итәләр. Ғаилә бәхете серен бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәүҙә күрәләр. Ауылдаштары һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың йорттарынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Балалары, ейәнсәрҙәре һәр ваҡыт хәлдәрен белешеп, ярҙам итеп тора.
Быйыл, Ғаилә йылында, Тамара һәм Владимир Журавлевтар ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 50 йыл – алтын юбилейҙарын билдәләй. Улар хөрмәтенә Суҡҡул ауыл клубында сара уҙҙы. Унда ауыл биләмәһе башлығы Ф. Ғәлимов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе В. Сидорова, Суҡҡул ауылы ветерандар советы рәйесе Х. Сәлихов, мәктәп директоры Ф. Сулпанова, район ЗАГС бүлеге мөдире Г. Сирбаева, туғандары, яҡындары ҡатнашты. Юбилярҙарға сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлек-бүләктәрен тапшырҙы.
– Журавлевтар йортонда булған кешеләр уларҙа ышаныслы, тыныс мөхит хакимлек итеүен иҫкә алғандыр, моғайын. Улар менән аралашыуы бик рәхәт, бер кеше менән һөйләшкән кеүек: фекерҙәре генә түгел, һүҙҙәре лә бер. Әлбиттә, 50 йыл бергә ғүмер итеп, бер бөтөн булған улар. Яратҡан пар, татыу ғаилә, бер-береһенән алыҫыраҡ киткән мәлдәрҙә, нимәлер етмәү хисе кисереү таныш уларға, – тине сараны алып барыусы И. Сулпанова.
Унан һуң “Серҙәш” татар фольклор төркөмө (етәксеһе Хәлисә Кашапова – Тамара Федоровнаның хеҙмәттәше лә) ҡотланы. Үҙ сиратында ул Владимир Ивановичка ҙур рәхмәтен белдерҙе:
– Барыһы ла пар ҡанатыңдан тора. Ул тормош иптәшен һәр ваҡыт аңлап йәшәне. Әгәр улай булмаһа, беҙҙең ансамблебеҙ ҙә, эшебеҙ ҙә булмаҫ ине. Бары тик аңлашып йәшәгәндә генә алтын туйға ла, алдағыларына ла барып етергә мөмкин. Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым .
Һәр кешенең тормошонда иҫтә ҡалған ваҡиғалары, алған бүләктәре бар. Һеҙҙең иң иҫтә ҡалған бүләгегеҙ ниндәй? – тип һораны алып барыусы.
– Володяның иң ҙур хыялы арбалы мотоцикл алыу ине. Шуны тормошҡа ашырыу ниәте менән Рига ҡалаһына китте. Ҡыҙғанысҡа, оҡшағанын тапмай ҡайтты. Бик ныҡ арыған ине, йоҡларға ятты. Мин уның сумаҙанын бушатҡанда, ғәләмәт оҙон, шулай ҙа күҙ яуын алырлыҡ матур күлдәк таптым. Ул йоҡлағандан файҙаланып, уны киҫеп, үҙемә таманлап, тегеп тә ҡуйҙым.
Эйе, биш тиҫтә йыл эсендә был пар күпме шатлыҡлы миҙгелдәр һәм шулай ук йөрәккә ауыр ваҡиғалар кисергән. Тик һис нимәгә ҡарамаҫтан, бер-береһенә ҡарата булған йылылыҡты һаҡлап ҡалғандар. Ғүмер буйы йәмғиәткә тоғро хеҙмәт иткәндәр.
Илле йыллыҡ юлды бергә үткәнһегеҙ. Һеҙ инде йәш түгел, әммә, зирәкһегеҙ, ә йөрәктәрегеҙ һаман да һөйөү менән тулы.