+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
19 Апрель 2018, 12:36

Рәсәй Яҙыусылар союзының 15-се съезы үтте

Был сарала республиканан өс делегат: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, йәш шағир, «Шоңҡар» журналының өлкән мөхәррире Рәшит Зәйнуллин булды.

Был сарала республиканан өс делегат: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, йәш шағир, «Шоңҡар» журналының өлкән мөхәррире Рәшит Зәйнуллин булды. Рәсәйҙең йәш яҙыусылары кәңәшмәһендә 60 делегат араһында Башҡортостандан «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева ҡатнашты.

Яңы Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесен һайланылар: ике дәғүәсе тәҡдим ителде. Күренекле хәрби яҙыусы Николай Иванов күпселек тауыш йыйҙы.

Союздың етәкселек органдарына һайлауҙар үтте. Башҡортостандан ике вәкил уның секретарҙары итеп һайланды. Ул – Рәсәй Яҙыусылар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Зәки Әлибаев һәм рус телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Светлана Чураева.

Читайте нас: