+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Апрель 2018, 18:49

Студенттарҙан музыкаль бүләк

Район мәҙәниәт йортонда үткән студенттар концерты бер юлы өс темаға: Шаран районы төҙөлөүҙең 83 йыллығына, Рәсәйҙә Волонтерҙар йылына, Башҡортостанда Ғаилә йылына арналды.

Район мәҙәниәт йортонда үткән студенттар концерты бер юлы өс темаға: Шаран районы төҙөлөүҙең 83 йыллығына, Рәсәйҙә Волонтерҙар йылына, Башҡортостанда Ғаилә йылына арналды.

Концерт әҙәби-музыкаль композиция менән асылды. Сәхнә һәм сәнғәт тылсымы сылбырын заманса бейеү менән “НОН-стоп” бейеү коллективы (етәксеһе И. Ғәлимов) дауам итте. Бейеүселәрҙең теүәл хәрәкәттәре тамашасы күңеленә хуш килде. Сығыштары аҙағында улар тамашасылар – йәш шарандарға шаян смайлик һүрәтләнгән һары шарҙар таратты. “Школьные годы” вокаль ансамбле (Шаран 1-се мәктәбе, етәксеһе З. Исламова) “Волонтер гимны”н башҡарҙы.

Муниципаль район хакимиәте баш-лығы И. Сәмиғуллин сығышында барлыҡ студенттарҙы Рәсәй студенттары көнө менән тәбрикләне һәм районда Экология йылына йомғаҡ яһаны.

Башҡортостан һәм Татарстандың төрлө вуздарында һәм колледждарында белем алыусы һәләтле студенттар әсәйҙәр, тыуған йорт, тыуған ер тураһындағы йырҙары менән һөйөндөрҙө. “Ялҡын” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе А. Сидоров) лирик башҡорт бейеүен, ә Силәбе ҡалаһы Көньяҡ-Урал университеты студенты Наил Тимаев – татар бейеүен күрһәтте. Төрлө уҡыу йорттарында уҡыусы Арина Игдиева, Юлиә Рәҡипова һәм Алина Мөхәмәтшина шаян рус-татар бейеүен оҫта башҡарҙы. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенты Диана Ишембаева, сәхнәлә күбәләктәй осоп, мари бейеүен тәҡдим итте.

Муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар менән эшләү һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Закиров студенттарға сәхнәләге сағыу сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уҡыуҙарында уңыштар теләне. Концертта
ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләк-тәргә эйә булды.

“Школьные годы” вокаль ансамбле башҡарыуында “Зажигаем звезды” финал йыры яңғырағанда өмөт, ышаныс һәм еңеүгә ынтылыш символы булып “һауанан алтын ямғыр яуҙы”.

Читайте нас: