+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Апрель 2018, 18:42

Күршеләрҙә ниҙәр бар?

Октябрьский ҡалаһы Туймазы районы территорияһында урынлашһа ла, нисектер үҙ ҡаҙанында ҡайнаған кеүек, ҡаланың үҙ хакимиәте, үҙ етәксеһе.

Октябрьский ҡалаһы Туймазы районы территорияһында урынлашһа ла, нисектер үҙ ҡаҙанында ҡайнаған кеүек, ҡаланың үҙ хакимиәте, үҙ етәксеһе. Шулай булһа ла Туймазы менән Октябрьский араһы бик алыҫ түгел, ярты сәғәтлек юл ғына айыра был ике ҡаланы. Беҙҙең студенттар күрше ҡалаға йөрөп уҡый, уларҙыҡы беҙҙә белем ала. Шулай уҡ күп кенә эшселәр ҙә төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт итә.

Күршеләрҙең ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышына саҡырыу-ын беҙ шатланып ҡабул иттек. Бер төркөм “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары йыйынып, ашҡынып барҙыҡ ос-рашыуға. Өфөнән ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Октябрьский ҡалаһы Башҡорттары ҡоролтайы башҡар-ма комитеты рәйесе Ринат Исхаков ултырышты асып, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡар-ма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәко-ва, “Киске Өфө” гәзите редакторы Гөлфиә Янбаева түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты, уҡытыусыларҙың төрлө һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Үҙ сиратында Рәйсә Абдрахман ҡыҙы һуңғы арала уҡытыусыларҙың иңенә яуаплы һынауҙар төшөүен, төрлө тикшереүҙәрҙе лайыҡлы үтеүҙәрен, белем биреүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен юғары баһаланы, киләсәктә лә уңыштар теләне. Әммә шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың белемдәрен һәр ваҡыт камиллаштырып тороуын, закондарҙы белеүен, үҙҙәренең хоҡуҡтарын кәрәк ваҡытта яҡлай алыуына ла баҫым яһаны. Шулай уҡ уҡытыусылар яңы дәреслектәр, уларҙың кимәле хаҡындағы һорауҙарға ла тейешле яуап алды. Сәғәттәрҙең кәмеүе балаларға белемде тейешле кимәлдә биреүгә кире йоғонто яһауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

– Әммә был күңелде төшөрөргә, ең һыҙғанып эшләйһе урынға, ҡулды һелтәргә тигәнде аңлатмай. Нисек ауыр булһа ла, беҙ киләсәк быуын тыуған илебеҙ хаҡына бирешмәй, балаларға туған телдә белем биреүҙе дауам итергә бурыслы. Сөнки беҙ – туған тел һағында тороусылар, – тине Рәйсә Күзбәкова. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдарын ҡарарға, тейешле ойошмаларға еткерергә вәғәҙә бирҙе Өфө ҡунаҡтары.

Артабан республикала “Ағинәйҙәр ҡоро”н ойошторған, йыл дауамында төрлө сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән “Киске Өфө” республика гәзите редакторы Гөлфиә Янбаева һүҙ алды. Ул республиканың төньяҡ-көнбайышында ла “Ағинәйҙәр ҡоро”н ойошторорға ваҡыт етеүен билдәләне. Туймазы ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәренең бик әүҙем эшләүен, районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа даими ҡатнашыуҙарын, призлы урындар яулауҙарына баҫым яһаны.

– Милли кейем кейгән, боронғо биҙәүестәргә өҫтөнлөк биргән ҡа-тын-ҡыҙҙарҙың бөгөн күбәйә барыуы ҡыуаныслы хәл. Ғаилә ҡотон, усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һуңғы арала балаларыбыҙҙы тәр-биәләүҙә, матур ғаиләнең ил ҡото булыуына тос өлөш индереүе, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләүе йәшәйешебеҙҙе ҡотайта ғына. Әсәй-өләсәйҙәр, ағинәйҙәр бала табыусы ғына түгел, улар балаларына тәрбиә, белем биреүсе лә. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙәйек, уларҙы киләсәк быуындарға беҙ еткерергә бурыслы, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

Фәһемле һөйләшеүҙән һуң сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллинаны Октябрьский ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе итеп һайланы. Гөлфиә Янбаева уға ойошманың таныҡлығын тапшырҙы.

Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә ҡунаҡтарҙы Халыҡтар дуҫлығы йортонда ҡаланың “Ынйылар” ан-
самбле ағзалары тарафынан әҙер-
ләнгән сағыу, йөкмәткеле концерт программаһы көтә ине. Унда өлкәндәр менән бер рәттән уҡыусы балаларҙың һәм колледж студенттарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, башҡорт те-лендә аһәңле шиғыр һөйләүҙәре ҡыуандырҙы. “Ынйылар” ансамбле ағзалары (ойоштороусыһы Дилбәр Фәхретдинова) милли йолаларҙан өҙөктәр ҙә күрһәтте. Тамаша халыҡ күңеленә хуш килде. Октябрьский ҡалаһы Башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Исхаков һәр ансамбль ағзаһына рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Туймазы ҡалаһы ағинәйҙәре лә сәхнәгә күтәрелеп, сарала
ҡатнашыуҙарына, ниһайәт күрше-ләрҙә лә ағинәйҙәр ҡоро ойошторолоуына шат булыуҙарын белдерҙе. Киләсәктә бергә-бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп, аралашып йәшәргә өндәне.

Өфө ҡунаҡтары иһә был төбәккә юҡҡа килмәүҙәрен, асыҡтан асыҡ һөйләшеүҙән, аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалыуҙарын, яңы дуҫтар табыуҙарын билдәләне. Киләсәккә яңы пландар ҡороп, бер-береһенә юғары үрҙәр, уңыштар теләп таралышты фәһемле һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар.

Читайте нас: