+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
19 Март 2018, 03:08

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа экзитпол мәғлүмәттәрен иғлан иттеләр

Башҡортостанда экзитпол мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Президенты һайлауҙа Владимир Путин алдынғылыҡты биләй.

Башҡортостанда экзитпол мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Президенты һайлауҙа Владимир Путин алдынғылыҡты биләй. Лидер һөҙөмтәһе – тауыштарҙың 74 проценты. Икенсе урында 11,7 процент һөҙөмтә менән Павел Грудинин. Тәүге өс лидерға Владимир Жириновский инә – 7,3 процент тауыш. Һуңынан килә Григорий Явлинский – 2,2 процент, Ксения Собчак – 1,4 процент, Борис Титов – 1,2 процент, Сергей Бабурин – 0,9 процент һәм Максим Сурайкин – 0,7 процент.
Экзитпол мәғлүмәттәре алдынғы ғилми социаль үҙәктәр: "Социс-Эксперт" тикшеренеү үҙәге, СИМАКС һәм Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге һорауламаларының һөҙөмтәләре буйынса бирелгән. Улар экзитпол алымы буйынса 100 һайлау участкаһында тикшеренеү үткәргән. Ошо мәғлүмәтте һайлауҙар матбуғат үҙәгендә тикшеренеү үҙәге вәкиле Юлиә Веселухина уҡып ишеттерҙе.
Яңылышлыҡ алыу-ҡушыу менән 3 процент тәшкил итә.
Читайте нас: