+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Март 2018, 13:22

Беҙгә барыбер түгел

Зәйет һәм Первомай ҡасабалары халҡы йыйылышта төбәк тәҡдимдәрен хуплау программаһы (ППМИ) иҫәбенә тормошҡа ашырып булған проекттарҙы һайланы.

Зәйет һәм Первомай ҡасабалары халҡы йыйылышта төбәк тәҡдимдәрен хуплау программаһы (ППМИ) иҫәбенә тормошҡа ашырып булған проекттарҙы һайланы.

Ниһайәт, фекер тыуҙы. Халыҡтың күпселеге быға тиклем уның нимә икәнен дә белмәгән. Баҡтиһәң, Баш-ҡортостан Республикаһы Хө-күмәтенең 2017 йылдың 19 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә төбәк тәҡдимдәренә нигеҙ-
ләнгән йәмәғәт инфраструк-тураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы 168-се ҡарарына ярашлы рәүеш-тә, халыҡ төбәк тәҡдимдәренә нигеҙләнгән йәмәғәт инфра-структураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу прог-раммалары бәйгеһендә әүҙем ҡатнаша ала.

Шул уңайҙан 4-се башҡорт гимназияһында ғөмүми йыйылыштар үтте, унда ҡасаба халҡы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте менән бәйгелә ҡатнашыу өсөн проект һайлау мәсьәләһе буйынса осрашты.

Халыҡ 4-се башҡорт гим-назияһы биләмәһендә күп тармаҡлы спорт майҙансығы төҙөү проектын тормошҡа ашырыу программаһында ҡатнашырға ниәт итә.

Был уҡыу йортоноң бөтә спорт мәктәптәре тупланған, шулай уҡ Спорт йорто урынлашҡан ҡала үҙәгенән алыҫта урынлашыуы бер кемгә лә сер түгел. Һуңғы ваҡытта 4-се гимназияла балалар һаны икеләтә артҡан. Күп кенә ғаиләләрҙең балаларын спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡалаға алып барыу мөмкинлеге юҡ, сөнки ата-әсәнең күбеһе эштә. Балаларҙы үҙҙәрен генә сығарып ебәреү хәүефле. ППМИ-ла
ҡатнашыу – балаларға дәрестәрҙән тыш спорт менән шөғөлләнергә ярҙам итеү өсөн башланған эш: йәй көнө футбол, баскетбол, ҡышҡы осорҙа – шыуғалаҡ. Йыйылышта тәҡдим төркөмө һайланды, ул бәйге документтары әҙерләү эшен ойошторасаҡ, аҡса йыясаҡ (иң элек халыҡ менән эшләйәсәк), кешеләрҙе проектты тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырып торасаҡ.

Рәсәй Президенты В. Путин беҙҙең илдә балаларыбыҙҙың киләсәгенән дә мөһимерәк бурыс юҡ, сөнки улар беҙҙең илдең киләсәге тигәйне.

Балаларыбыҙҙың нисек үҫәсәге беҙгә барыбер түгел.

Читайте нас: