-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Март 2018, 13:16

Һалдат юлын һайлап алмай һәм үлемһеҙлеккә атлай

Бөтә һуғыштар ҙа оҡшаш. Һәр һалдаттың күҙе шулай уҡ. Улар – һуғыштың күҙе.

Бөтә һуғыштар ҙа оҡшаш. Һәр һалдаттың күҙе шулай уҡ. Улар – һуғыштың күҙе. Һуғышта булған кеше өсөн һәр ваҡыт дәрәжә, бурыс, батырлыҡ, намыҫ, туғанлыҡ, үҙ-үҙен йәлләмәү һәм бөйөклөк рухы тигән төшөнсәләр буласаҡ. Уның өсөн улар мәңгегә иң мөһим булып ҡаласаҡ. Ә һуғыш, ватанға тоғролоҡ, үҙ иленә хеҙмәт итеү, рус һалдатының батырлығы актуаллеген бер ҡасан да юғалтмаясаҡ.


Дәрәжә һәм Тыуған ил – бөтәһенән дә өҫтөн

Чечня һуғышы – ул Чечняның Конституция ҡоролошон тәьмин итеү һәм һаҡлау, уны законһыҙ ойошҡан бандит төркөмдәренән азат итеү. Унда әле яңы ғына мәктәпте бөтөргәндәр һәм ярты йыл хеҙмәт иткән йәш һалдаттар ҡатнашты. Был таулы илдә Йәрмәкәй районы егеттәре лә, шул иҫәптән Спартак ауылы мәктәбен тамамлаусы Сергей Кондратьев та хеҙмәт итте.

Ул 1978 йылда тыуған. Ата-әсәһе Иван Георгиевич һәм Людмила Петровна өс бала: Сергей, Марина һәм Дианаға ғүмер биргән. Бала саҡтан уҡ Сергей төплө аҡыллы булған, спорт менән шөғөлләнгән, уҡырға яратҡан, һуғыштың үҙ ғүмерендә алда икәнлеген һиҙгән кеүек, иптәштәре менән һуғышлы уйнауҙы ҡыҙыҡлы китапҡа алыштырырға тырышҡан.

Яҡшы уҡыған, ата-әсәһе йөҙөнә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәгән, шундай итеп тәрбиәләгән өсөн улар рәхмәт һүҙҙәре генә ишеткәндәр. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Аксеново ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 1999 йылдың ноябрендә армия сафына алына.

Үҙ хеҙмәтен Сергей Төньяҡ-Кавказ федерация округының Ставрополь ҡалаһында, автомобиль батальонының икенсе ротаһында башлай. Сәйәси дәрестәр, атыу һәм спорт әҙерлеге булған ротала алты ай хеҙмәт итә. Унда шулай уҡ ҡорал тоторға, окоптар ҡаҙырға өйрәнәләр. Армияла уның дуҫтары күп була, кешеләр уға тартыла. Ундайҙар тураһында, уның менән разведкаға барырға була, тиҙәр. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Уны һалдаттар ҙа, офицерҙар ҙа хөрмәт итә. Йәш һалдат кесе сержант дәрәжәһенә етә. Ә Сергейҙың ата-әсәһенә хеҙмәт иткән урынынан рәхмәт хаты килә.

Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң Төньяҡ Осетияның Моздок ҡалаһы-на зенит ҡоролмаһынан атырға өйрәнеү өсөн ебәрелә. Артабан хеҙ-
мәте Чечня Республикаһының Төнь-яҡ-Кавказ хәрби округының 58-се армияһы составында дауам итә. Взводтың төп бурысы хеҙмәткәрҙәрҙе һәм техниканы һаҡлап, тейешле урынға алып барыу була. Отряд Ханкала янында тора, шунан хәрби бурыстарын үтәргә китәләр – колонналарҙы, тауға сығыусыларҙы оҙата баралар. Дошман һөжүм иткән блок посттарҙы нығыталар.

– Грозный тирәһе. Мин ултырған машина йыйылма батальон командирҙары ултырған машинаны һаҡлап бара. Юлдың ике яғынан да баҫыу-яландар йәйелгән. Һул яҡлап мото-уҡсылар полкы бара, уларҙың тиҙлеге ҙур түгел, сама менән сәғәтенә 10 км. Бер мәлде атыш башланды. Ике бронетранспортер шунда уҡ юҡ ителде. Улар эсенән яралылар сыға башланы. Беҙҙең механик-водитель колоннанан сығып, юлды ҡапланы, йәшеренергә мөмкинлек бирҙе. Беҙ унда 10 минутлап торҙоҡ. Беҙгә гранатомёттан аттылар. Бәхеткә, снаряд машинаның ситенә генә тейеп китте, шартламаны. Өлкән лейтенант машинаны ташларға тигән команда бирҙе. Һигеҙ һалдат икенсе яҡҡа сыҡты һәм уттан йәшеренде. Бер үк ваҡытта тағы өс машина шартлатылды. Юл күрһәткестең уң яғында 30-лап кеше йыйылды, яралылар ҙа бар ине. Батальон командиры төркөм тупланы һәм сигенергә әмер бирҙе, – тип иҫкә ала Сергей.

Был эпизод һалдат яҙмышында беренсеһе була. Һуңынан – яңы мәғлүмәт табыу, тикшереүҙәргә сығыу...

Сергей Чечня Республикаһында хәрби хеҙмәттә тап бер йыл булған. Тупланған Ғәскәри төркөм иҫәбендә террорсылыҡҡа ҡаршы операцияларҙа туранан-тура һу-ғышҡан хәрәкәттәрҙә, бик күп операцияларҙа ҡатнаша.

2001 йылдың апрелендә хеҙ-мәтен тамамлап ҡайта. “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” тигән та-ныҡлыҡҡа эйә.

Чечня һуғышы ваҡиғалары тураһында күп фильмдар тө-шөрәләр, китаптар сығаралар, һәм уларҙың ҡараштары ла төрлөсә, был һуғышҡа һәр кемдең үҙ фекере бар. Тик бер генә әйбер үҙгәрешһеҙ ҡала: беҙҙең һалдаттарҙың ир-егетлеге, ышаныслылығы, ныҡлығы. Йылдар үтер, шаһиттар китер, әммә сәйәси хаталар эшләнмәһен өсөн Чечня һәм башҡа “ҡайнар” төбәктәрҙә булған ваҡиғалар иҫтә ҡалырға тейеш.

Читайте нас: