+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
13 Март 2018, 16:32

“Йырлай ҡәләм – тыңла, Ғаләм!”

Район мәҙәниәт һарайында “Йырлай ҡәләм – тыңла, Ғаләм!” тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Район мәҙәниәт һарайында “Йырлай ҡәләм – тыңла, Ғаләм!” тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара район китапханаһында эшләп килгән “Ҡәләмдәштәр” әҙәби ойошмаһы ағзалары Фәнирә Ибраһимованың, Рәхилә Биглова, Өмөкамал Шәрәфетдинова, Сәриә Ғафарова, Сажидә Ибраһимова, Әнисә Имаева һәм Гәүһәр Йосопованың ижадына бағышланды. Таланттарҙы барлау, уларҙың ижадын үҫтереүгә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған кисәлә улар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләне.

Кисә “БСТ” каналында уңышлы эшләп килгән “Йөрәк һүҙе” тапшырыуы форматында уҙҙы. район халҡы өсөн был матур байрамды Гөлфирә Әхмәтшина менән шағир Нурлан Ғәниев ойошторҙо һәм алып барҙы. Ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне 80 йәшлек Әнисә Йосопова күп авторҙарҙың шиғырҙарын яттан белә.

Зал шиғриәт, нәфис һүҙ, йыр яратыусылар, шағирәләрҙең таныштары, туғандары, дуҫтары менән шығырым тулы ине. Хатта күрше Кушнарен, Саҡмағош райондарынан да ҡунаҡтар килгән.

Кисәлә башҡорт һәм татар эстрадаһы һәм театр йондоҙҙары Илдар Ғүмәров, Гөлназ һәм Эльмир Ғәзизуллиндар, Линар һәм Радик Шәймөхәмәтовтар, Радик Динәхмәтов, йырсы-композитор Илдар Шәрипов, Рөстәм Вәлиев, шағирә, яҙыусы Дилә Булгакова, “Йөрәк һүҙе” проекты авторҙары Наилә Сәфәрғолова һәм Зилә Дибаеваның ҡатнашыуы үҙе ни тора.

Яңғыраған шиғырҙар ваҡыты менән уйландырҙы, хисләндерҙе һәм, әлбиттә, беҙҙең йөрәктәрҙә ниндәйҙер эҙ ҡалдырҙы! Ошондай кисәләр күберәк булһын ине!

Читайте нас: