+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Ғинуар 2018, 14:10

ауыл халҡына Яңы йыл бүләге

Яңы Йомаш ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса капиталь ремонттан һуң ауыл клубын асыу тантанаһы үтте.

Яңы Йомаш ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса капиталь ремонттан һуң ауыл клубын асыу тантанаһы үтте. Сарала БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латыпова, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Наил Ғиззәтуллин, муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин һәм башҡалар ҡатнашты.

Фойела ҡунаҡтарҙы башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм мари халыҡтары милли кейемдәрендәге ҡыҙҙар икмәк-тоҙ, сәк-сәк, кеүәҫ һәм күпереп бешкән ҡоймаҡ менән ҡаршы алды. “Илем” вокаль группаһы (етәксеһе Надежда Тихонова) башҡарыуында сыуаш телендә йыр яңғыраны, «Непоседы» бейеү группаһында (етәксеһе Анастасия Тихонова) шөғөлләнеүсе балалар сыуаш бейеүен башҡарҙы. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе – сәйләндән яһалған әйберҙәр (Ирина Тимофеева), ҡурсаҡтар һәм тегелгән күлдәк, костюмдар (Галина Яҡупова), ағастан семәрләп яһалған әйберҙәр (Василий Максимов), яңы тематик стендтар клуб фойеһын йәмләп һәм йәнләндереп ебәргән ине.

Ауыл клубы Урындағы башлан-ғыстарҙы хуплау программаһында 2016-2017 йылдарҙа ҡатнашты.

И. Сәмиғуллин Яңы Йомаш ауылы халҡына программала әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм киләсәктә башҡа ауылдар ҙа улар өлгөһөнә эйәрер тигән ышаныс белдерҙе.

– Ауыл клубына капиталь ремонт республика һәм муниципаль бюджеттарҙан бүленгән, Яңы Йомаш ауылы халҡы һәм иғәнәселәр тарафынан йыйылған 1 млн 70 мең һум самаһы аҡсаға үткәрелде. Клубтың түбәһе, ишек-тәҙрәләре алмаштырылды, сәхнәлә һәм тамаша залында иҙәндәр буялды, китапханала һәм клуб фойеһында линолеум йәйелде. Шулай уҡ кәрәкле музыка аппаратураһы һатып алынасаҡ. Хәҙер Яңы Йомаш ауыл клубында йәмле, яҡты, йылы. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар, ижад коллективтары ағзалары байрам сараларына уңайлы шарттарҙа әҙерләнәсәк. Беҙҙең ауыл биләмәһендә Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы 2018 йылда ла дауам итәсәк – Три Ключа мәктәбен ошо программаға индереү эше бара, – тине Мичурин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы В. Корочкин.

– Ауыл халҡын сәләмләп, БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары В. Латыпова, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Н. Ғиззәтуллин, РФ Дәүләт думаһы депутаты Рифат Шәйхетдиновтың ярҙамсыһы Ф. Бадалова, муниципаль район Советы депутаты
О. Димитриев, Мичурин ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаты
Е. Сөләймәнова мөрәжәғәт итте. Ауыл клубына бүләктәр ҙә тапшырылды.

Яңыртылған ауыл клубын асыу программаһын байрам концерты дауам итте, уның барышында Мичурин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы В. Корочкин бер төркөм ауыл активистарын рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

«Родные узоры» халыҡ вокаль ансамбле (художество етәксеһе Зөһрә Даутова), «Ялҡын» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (А. Сидоров), «Непоседы» бейеү төркөмө, Андрей Соловьев, Ләйсән Әсмәндиәрова, Альбина Әхмәҙуллина, Гүзәл Хәлилова, Диләрә Шәүәлиева, «Ош пеледыш» халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Людмила Шамыҡаева), «Сөмбөл» халыҡ вокаль ансамбле (художество етәксеһе Рәүфә Дәүләтова), «Шаян ҡыҙҙар» вокаль ансамбле (етәксеһе Ләйсән Әсмәндиәрова) сарала ҡатнашыусыларға иң яҡшы сығыштарын бүләк итте, шулай уҡ Лена Имаева һәм Зилә Мусина, Людмила Шамыҡаева һәм Людмила Ташмурзина дуэттары һөйөндөрҙө. Концертты халыҡтың яратҡан йырсыһы Андрей Соловьев тамамланы, Гүзәл Яҡупова алып барҙы, тауыш операторы – Михаил Захаров.

Шулай итеп, Яңы Йомаш ауылында йәшәүселәр хәҙер үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ ауыл клубында уҙғарылған байрам сараларына йөрөй аласаҡ. Йыр-моң яңғыраған ауылда халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре онотолмай, улар быуындан-быуынға күсә, балаларҙың шат тауыштары ишетелеп тора, ғөмүмән, ауылдың киләсәге бар.

Читайте нас: