+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Ғинуар 2018, 18:31

Тыуған яҡ ынйылары

Туймазы балалар музыка мәктәбе педагогы Ҡандракүл һәм Асылыкүл тураһында йырҙар ижад иткән.

Туймазы балалар музыка мәктәбе педагогы Ҡандракүл һәм Асылыкүл тураһында йырҙар ижад иткән.

“Бер ниндәй ҙә дәрәжәләрем юҡ минең, – тип йылмая Туймазы музыка мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзиә Хәмит ҡыҙы Яруллина, – уның ҡарауы, уҡыусыларым – ғорурлығым бар: улар ете тапҡыр беренселекте алды, 72 тапҡыр төрлө бәйгеләрҙә лауреат булды, дипломдарҙың иҫәбе-һаны юҡ! 17 уҡыусым минең юлдан китте, мәҫәлән, Алина Латыпова – Башҡорт опера-балет театры йырсыһы. Элекке тәрбиәләнеүселәрем Мәскәүҙә, Хабаровск, Тольятти ҡалаларында эшләй”.

Рәмзиә Хәмит ҡыҙы (фотола) хаҡлы ялда булһа ла, эшләүен дауам итә. Мәктәбен, уҡыусыларын, ижадын ярата ул, сикһеҙ ярата. Ул шуның менән бәхетле. Уның быйыл ижад һәм уҡытыу эшмәкәрлегенә 35 йыл тулды. Рәмзиә Хәмит ҡыҙы белдереүенсә, һуңғы арала уның тормошонда бер нисә күңелле ваҡиға булған. Байтаҡ йылдар элек яҙылған Ҡандракүл тураһындағы йырына аранжировка яһарға ярҙам иткәндәр. Күптән түгел иһә тәбиғәттең тағын бер ынйыһы – Асылыкүлгә йыр бағышлау ниәте тыуған башында. Рәмзиә Хәмит ҡыҙы тыуып үҫкән Дәүләкән районынында урынлашҡан ул күл.

Талантлы шәхесебеҙ тыуған ҡалаһындағы телевидение сту-дияһына Экология йылына бағышлап уртаҡ проект эшләргә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, уның “Асылыкүл” йырына клип төшөрә-ләр. Рәмзиә Хәмит ҡыҙын республика ҡымыҙ байрамында ҡатнашыр-ға, шунда был проектын тормошҡа ашырырға ла саҡырғандар.

Был клипты тиҙҙән туймазылылар һәм бөтә республика халҡы телевизорҙан күрә аласаҡ!

Гәзит уҡыусыларыбыҙ иһә уны хәҙер үк – www.tuvest.ru сәхифәһендә ҡарай ала.

Читайте нас: