+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Ғинуар 2018, 18:35

Бай тарихлы темалар күп

Ҡаланың 6-сы мәктәбендә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларының “Сифатлы белем биреүҙә электрон белем биреү ресурстары” темаһына арналған семинары үтте. Уҡытыусылар асыҡ дәрес ҡараны, оҫталыҡ класында ҡатнашты.

Сараның икенсе өлөшөндә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, “Историческая среда” телетапшырыуын алып барыусы, күп китаптар авторы Салауат Хәмиҙуллин (фотола) уҡытыусылар менән осрашты.

Салауат Хәмиҙуллин “Башҡор-тостанға 100 йыл” акцияһы сиктәрендә республиканың нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, китаптарын бүләк итте.

Читайте нас: