-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Ғинуар 2018, 18:33

Аҡсаң карталамы?

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы банк карталарының именлеге буйынса инструкция сығарған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы банк карталарының именлеге буйынса инструкция сығарған. Полиция хеҙмәткәрҙәре мутлыҡтарҙың төрлө төрҙәре менән көрәш буйынса тәжрибәләрен дөйөмләштереп, карта хужаларына ябай ҡағиҙәләр тәҡдим итә:

1. ПИН-кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ һәм уны картағыҙға яҙмағыҙ. Бары тик хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ һәм бер кемгә лә
белдермәгеҙ. Ниндәйҙер ойошманан шылтыратһалар йәки электрон почта аша хат алһағыҙ һәм карта реквизитығыҙҙы, пин-кодты әйтеүегеҙҙе үтенәләр икән, был үтенесте үтәргә ашыҡмағыҙ. Ойошмаға кире шылтыратып, хәл-торошто асыҡлағыҙ. Электрон почтаға килгән хаттағы һылтанма буйынса керергә тырышмағыҙ – улар күсермә булыуы ихтимал. Картаның пин-кодын сер итеп тотоу – уның хужаларының бурысы һәм яуаплылығы.

2. Картағыҙҙы икенсе кешегә бирмәгеҙ. Магазинда йәки ресторанда карта менән иҫәпләшһәгеҙ, был ғәмәл күҙ алдығыҙҙа башҡарылырға тейеш. Кире осраҡта мутлашыусылар реквизиттарығыҙҙы алып, уны артабан ялған карта эшләү өсөн файҙаланырға мөмкин.

3. Банк телефонын бәйләнеш исемлегенә индерегеҙ. Картағыҙ юғалһа, банк менән бәйләнешкә сығып, уны тиҙ генә блоклағыҙ.

4. Күҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған хәүефһеҙ урын-дағы – учреждениеларҙа, банктарҙа, ҙур магазиндарҙа – банкоматтар менән файҙаланығыҙ. Карта менән эш иткәндә, пин-код йыйғанда сит кешеләр бармы-юҡмы икәнен ҡарап, клавиатураны ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ.

5. Банкоматта артыҡ ҡулланма-лар булырға тейеш түгел. Әгәр аппарат оҙаҡ көттөрә йәки үҙ аллы ҡайтанан тейәй башлай икән, операцияны башҡарыуҙан баш тартығыҙ – банкоматтың ҡайтанан программаланыу ихтималлығы бар.

6. Банкомат менән эш иткәндә сит кешеләрҙән ярҙам йәки кәңәш һорамағыҙ. Проблема килеп тыуа икән, банкка шылтыратығыҙ – ундағы хеҙмәткәрҙәр һеҙгә карта менән эш итеү буйынса консультация бирер.

Ошо кәңәштәрҙе тотҡанда, мутлашыусыларҙың ҡулына эләгеү ихтималын күпкә кәметерһегеҙ.

Читайте нас: