+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2018, 18:48

“Челгуч” халыҡ фольклор ансамбленә – 10 йыл!

Үрге Оло Йылға ауылы мәҙәниәт йортонда Лидия Александровна Мурзакова етәкләгән “Челгуч” халыҡ фольклор ансамбленең “Беҙгә – 10 йәш!” юбилей кисәһе уҙҙы

Үрге Оло Йылға ауылы мәҙәниәт йортонда Лидия Александровна Мурзакова етәкләгән “Челгуч” халыҡ фольклор ансамбленең “Беҙгә – 10 йәш!” юбилей кисәһе уҙҙы

Был матур коллективтың тарихы 2007 йылдың октябренән башлана. Тап шул ваҡытта ансамблдең исеме тураһында ныҡлап уйланғандар. Үрге Оло Йылға шишмәләре менән дан тота. Уларҙың һыуҙары һәр саҡ саф һәм шифалы. Шуға ла ансамблгә “Челгуч” тип исем бирәләр. Сыуаш теленән тәржемә иткәндә ул “Шишмә” тигәнде аңлата.

Башта ул 10 кешенән тора. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре берҙәм ижад коллективы булып китә. Йыл һайын уның башҡарыу дәрәжәһе үҫә, репертуары киңәйә, булған ғөрөф-ғәҙәттәре нығый бара һәм яңылары ла тыуа. Концерттан концертҡа ансамбль тағы ла нығыраҡ тамашасы һөйөүен яулай.

Үҙешмәкәр сәнғәт ижадын үҫтереүгә һәм пропагандалауға, мәҙәни мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индергән, төрлө саралар әҙерләп үткәргән өсөн рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ул “Яратам һине, тормош!”, “Ватандың данлыҡлы улдары”, “Уйна, гармун!” фестивалдәрендә призлы урындар яулай, һәр ваҡыт район һабантуйында ҡатнаша.

Ансамблдең башҡарыу оҫталығы юғары баһалана һәм 2016 йылда уға “Үҙешмәкәр халыҡ коллективы” исеме бирелә. Йылдар дауамында ансамбль үҙен ысын милли фольклор һәм сыуаш ғөрөф-ғәҙәттәре үҙенсәлеге һаҡсыһы итеп танытты. Әлеге ваҡытта унда төрлө йәштәге 12 кеше шөғөлләнә, әммә нигеҙен ауылдың өлкән кешеләре тәшкил итә. Эшсәнлек дәүерендә юғары башҡарыу дәрәжәһе һәм сыуаш халҡының рухи мәҙәниәтенә ҡарата һаҡ мөнәсәбәт арҡаһында коллектив популярлыҡ яуланы. Һәм уның төп ҡаҙанышы халыҡ исемен йөрөтөүендә түгел, ә йыр менән илһамланған, хатта уның ярҙамында йәшәгән кешеләр ғүмере өлгөһө булыуында. “Шишмә” башҡарыуындағы йырҙар һәр саҡ тыңлаусыларҙың йөрәктәрендә тере яңғыраш таба. Юбилей концертында ла шулай булды. Быға килгән ҡунаҡтар мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге башлығы Ирина Рәхмәтуллина һәм Үрге Оло Йылға ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ольга Зарянова ла баҫым яһаны. Улар юбилярҙарҙы ҡотлап, бөтәһенә ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләне, коллективҡа грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Был ваҡыт эсендә ансамблдең дуҫтары бик күбәйҙе һәм коллективты сәләмләп, ҡотларға тип улар ҙа килгәйне. Музыкаль ҡотлауҙар менән Оло Йәнгәрәй, Түбәнге Оло Йылға, Семен Макар ауылдары ансамблдәре сығыш яһаны. Юбилярҙар адресына сикһеҙ күп йылы һүҙҙәр ҙә яңғыраны: “Ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Кешеләргә шатлыҡ өләшкәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Изге эшегеҙҙә бары уңыштар юлдаш булһын”, – тигән һүҙҙәр менән сәскә бәйләмдәре һәм бүләктәр тапшырҙы.

Уларҙың юбилейы Әсәләр көнөнә тура килде. Шул уңайҙан залда ултырыусы бөтә ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтенә матур ҡотлауҙар һәм йырҙар яңғыраны.

Алҡыштар залда тынманы һәм тамашасылар йырҙарҙы рәхәтләнеп тыңланы.

Сыуаш йыры халыҡ үҙешмәкәр ансамбленә – 10 йыл! Был күркәм дата коллективтың ойошоп, уңышлы нығынғанын раҫлай. Ул һәр ваҡыт яратҡан тамашасыһына яҡшы кәйеф, киләсәккә өмөт, күңел күтәренкелеге бүләк итә. Уға ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйек.

Читайте нас: