+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2018, 18:46

Беҙҙең икенсе өйөбөҙ

Йәрмәкәй ауылы интернат-мәктәбендә йәшәүсе балалар уны шулай тип атай. Һәм был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар тип уйлайым, сөнки бында балалар үҙҙәрен туған өйҙәрендә кеүек хис итә.

Йәрмәкәй ауылы интернат-мәктәбендә йәшәүсе балалар уны шулай тип атай. Һәм был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар тип уйлайым, сөнки бында балалар үҙҙәрен туған өйҙәрендә кеүек хис итә.

Йәрмәкәй мәктәбе ҡарама-ғындағы интернат күрше ауылдарҙан килгән төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн ойошторолған. Бина ауылдың үҙәгендә урынлашҡан һәм был йәш быуынды йәмғиәткә ылыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Эргәлә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү һәм мәктәп музейҙары, Мәҙәниәт
һарайы, балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар ижад йорто ла бар.

Бөгөн интернатта Рәтамаҡ, Ҡулбай, Яңы Сүлле, Иҫке Сүлле, Усман Ташлы һәм Атамкүл ауылдарынан 10 бала йәшәй. Бында буш ваҡытты уҙғарыу өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған, Интернет селтәренә тоташҡан компьютерҙар, телевизор, душ бүлмәһе, автомат кер йыуыу машинаһы бар. Иң мөһиме, бинаның матди-техника нигеҙе йыл һайын яҡшыртыла. Ҙур әһәмиәткә эйә булған әйберҙәр-ҙең береһе – туҡланыуҙы ойоштороу, ул көнөнә дүрт тапҡыр. Тәрбиәләнеүселәр өсөн меню төҙөгәндә уларҙың ойошмала тәүлек әйләнәһе булыуҙары иҫәпкә алына. Аҙна аҙағында тәрбиәселәр уҡыусыларҙы өй-
ҙәренә тиклем оҙата бара. Йәкшәмбе көндө балалар шулай уҡ мәктәп автобусында дежур тәрбиәселәр Рәйсә Головина һәм Светлана Никитина менән кире килә.

Беҙҙә тәрбиә эше йәш үҙен-сәлектәрен күҙҙә тотоп алып барыла, шуға күрә балаларҙың күңелһеҙләнергә ваҡыттары ҡалмай – һәр кем яратҡан эше менән шөғөлләнә.

Интернатта төрлө конкурстар, әңгәмәләр, йыйылыштар үткәрелә. Шулай беҙ күптән түгел бергәләшеп көҙ байрамы үткәрҙек. Ноябрь аҙағында ата-әсәләр йыйылышы уҙҙы, шунан һуң Әсәләр көнөнә бағышлап
концерт булды. Уны хеҙмәттә-шем Эльвира Ғәйнуллина һәм ҡыҙҙар-малайҙар менән әҙерләнек. Әсәләр үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Индира Хәйертдинова, Олеся Шевченко әсәләре Ләйсән Фәнис ҡыҙы һәм Зөлфиә Вәкил ҡыҙы менән матур, хисле йырҙар башҡарҙы.

Артабан сара сәй табыны артында интернат тормошо, балаларҙың уҡыуы тураһында дауам итте. Ата-әсәләр байрам һәм йәшәү шарттары менән бик ҡәнәғәт булды. Шундай күңелле кисә өсөн улар тәрбиәселәргә һәм ул-ҡыҙҙарына рәхмәттәрен белдереп, барыһына сәләмәтлек, эштәрендә һәм уҡыуҙарында ҙур уңыштар, интернатҡа сағыу ваҡиғаларға бай тормош теләне.

Ошонан һуң нисек уны икенсе өй тип атамайһың инде? Һис шикһеҙ, балалар хаҡлы.

Читайте нас: