+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
25 Ғинуар 2018, 17:53

Кем ул Ҡәнзәфәр бей?

2012 йылдан районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалында “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Ул халҡыбыҙҙың оло шәхесе Ҡәнзәфәр бей исемен йөрөтә.

2012 йылдан районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалында “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Ул халҡыбыҙҙың оло шәхесе Ҡәнзәфәр бей исемен йөрөтә. Күптәр уның кем икәнен белмәйҙер әле.

Кем һуң ул Ҡәнзәфәр бей?

XVI быуат уртаһында Ҡасим ханлығы Рустарға буйһондоролоп, рус дәүләтенең көсәйеүен ишетеп, Нуғай урҙаһы мырҙалары менән улар ҡул аҫтында йәшәгән мең башҡорттары араһында ҡаршылыҡтар килеп тыуа. Нуғай хакимлегенә ҡаршы меңле башҡоттарының көрәшен атаҡлы Урдас бей нәҫеленән сыҡҡан ерле бейҙәрҙең береһе, әле беҙҙең Благовар районы территорияһына ҡараған Ҡышлауҙа йәшәгән (хәҙерге Баштирмә ауылы урынында) Ҡәнзәфәр бей етәкләй.

1552 йылдың октябрь айында урыҫтар Ҡазанды алғас, нуғайҙар ҡурҡыуға төшә. Улар башҡорттарҙы үҙҙәре менән Кубань яҡтарына алып китергә теләй. Ләкин меңлеләр бының менән риза булмай. Ҡәнзәфәр бейгә һәм уның арҡаҙаштарына Нуғай мырҙаларына һәм улар менән бергә ҡасып китергә йыйыныусы башҡорт бейҙәренә ҡаршы көрәшергә тура килә.

Ҡәнзәфәр бей үтә ҡыйыу һәм оло ихтыяр көсөнә эйә булған шәхес. Ул үҙҙәре өсөн бик кәрәк һәм киҫкен мәлдә тыуған төйәкте ташлап китмәҫкә, башҡа ҡәбиләләрҙең өгөтләүҙәрен тыңламаҫҡа, янау-ҙарынан ҡурҡмаҫҡа өндәп халыҡ алдында сығыш яһай. Уның өндәмәһе дөйөм халыҡтың ынтылышына һәм теләгенә тап килә. Меңлеләрҙең күпселеге тыуған илдәрендә ҡала, һуңыраҡ киткән башҡорттарҙың да күбеһе кире ҡайта.

Ҡазан буйһондоролғандан һуң Иван IV Иҙел-Урал регионындағы халыҡты үҙ ихтыярҙары менән Рус дәүләтенә инергә саҡыра. Азатлыҡ, дин тотоу буйынса үҙаллылыҡ һәм башҡа төрлө ташламалар бирергә вәғәҙә итә. Мең башҡорттары Иван Васильевич Грозныйға подданныйлыҡҡа ҡабул итеүен үтенеп, Ҡәнзәфәр бей һәм уның менән тағы ла Чүбүлүк, Урман, Томан, Теңәйҙең Ҡазанға батша наместнигына барыуы билгеле. Илселәр бик йылы ҡабул ителә. Башҡорттарҙы үҙ ҡул аҫтындағы халыҡтар иҫәбенә индерергә ризалаша. Улар батшаға, башҡа уңайлыҡтары булмағанлыҡтан, Ҡазанға саңғыла бара.

“Аҡ батша” меңлеләрҙән ниндәй байлыҡтар барлығын һорашып, башҡорттарға еңел генә яһаҡ һала – кемгә төлкө, кемгә һуҫар тиреһе, ә кемгә бал менән түләргә ҡуша һәм ергә аҫабалыҡ бирә. Батша ҡаҙнаһына яһаҡ түләүҙән тыш, башҡорттар үҙ иҫәптәренә хәрби хеҙмәттә торорға тейеш була. Шулай итеп, мең башҡорттарының ырыу башлығы Ҡәнзәфәр бей етәкселегендәге вәкилдәр баш-ҡорт һәм рус хөкүмәте араһында тәүге килешеү төҙөй.

Рус дәүләте составына инеүҙе һорап, меңле башҡорттарының танылған етәкселегендәге баш-ҡорт илселәренең батша наместнигына барыуы һәм башҡорттар менән рус хөкүмәте араһында беренсе рәсми килешеү төҙөү – башҡортостан тарихында киҫкен үҙгәреш мәле. Был үҙгәреш республика тарихын өр-яңы юлдан алып китә. Был ауыр һәм буталсыҡ ваҡытта Ҡәнзәфәр бей үҙен халҡының аҡыллы етәксеһе, алдан күрә белеү һәләтенә эйә дәүләт эшмәкәре итеп таныта, ҡатмарлы мәлдә ваҡиғалар үҫешенең йүнәлешен дөрөҫ хәл итә.

(Мәғлүмәттәр Р. Ҡорбанғоловтоң “ Шәжәрә – тарих көҙгөһө”, Өфө – 2008, китабынан алынды).
Читайте нас: