Бәйгелә рус, башҡорт, татар телендә шиғырҙар яңғыраны. Күҙҙәре ут сәсеп торған егет-ҡыҙҙарҙың сығыштарын баһалау, әлбиттә, ауыр булғандыр, сөнки күптәр милли кейемдән ине, улай ғына түгел, сығыш өсөн махсус костюм әҙерләүселәр ҙә булды хатта. Мәҫәлән, Ҡаңны-Төркәй мәктәбе уҡыусыһы Эльмира Зарипова яҡташ шағирә Ф. Туғыҙбаева образында сығып, әҙибәнең “Бүздәгем” шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Иҫке Таулар ауылы һылыуы Айгөл Рамаҙанова иһә ир-ҡыҙ образын сәхнәгә сығарҙы.
Һәр бәйгенең һөҙөмтәһе булып еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү тора. Һәм бына улар – райондың иң оҫта шиғыр һөйләүселәре: рус телендә – А. Коломиец, Э. Зин-нәтуллина, Э. Ғәзизова (Бүздәк 2-се мәктәбе) Э. Байкова (Бүздәк 1-се мәктәбе); башҡорт телендә –
А. Әҙелгәрәев, З. Маннапов (Ҡаңны-Төркәй мәктәбе), Р. Ғиззәтуллина (Иҫке Боғаҙы мәктәбе); татар телендә – Д. Ғәйнуллина (Ғафури мәктәбе). Д. Ергиҙова (Әмир мәктәбе), В. Дәүләтбаева (Бүздәк 1-се мәктәбе). Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ бәйгене ойоштороусы Бүздәк 2-се урта мәктәбе коллективына ла, балаларҙы әҙерләгән райондың һәр мәктәп уҡытыусыһына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтергә кәрәк.
Тыуған ергә, туған телгә һөйөү, Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары ижадына ихтирам тәрбиәләүгә, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәргә, халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятырға бер этәргес булды был бәйге. Алдағы көндәрҙә лә әҙәбиәт үрҙәрендә яңы исемдәр асырға ярҙам итерҙәй бындай бәйгеләр үткәрелер әле.