-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общество
25 Ғинуар 2018, 18:02

Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы уҙҙы. Ул беренсе рәйес, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды.

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы уҙҙы. Ул беренсе рәйес, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Ойошманың иң әүҙем ағзалары – 400-ләп делегат М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына йыйылды.

Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлау, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темалар ҡаралды. Съезда рәйес һәм ойошма советы ҡайтанан һайланды, шулай уҡ ойошма уставына үҙгәрештәр индерелде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сәләмләне. Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн Өфө кеше экологияһы һәм хеҙмәт медицинаһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре, фән докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллина, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубын етәкләгән әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Альбина Исхакова, Өфө ҡалаһының 166-сы балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килдеғолова, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы идаралығы ағзаһы Фәү-зиә Латыпова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләклән-де. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Алһыу Сирғәлинаға "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты тапшырылды. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Вилә Баймырҙина, Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Абдуллина, Өфө дәүләт нефть-техника университеты профессоры Лена Сөләймәнова, «Аҡбуҙат» журналы мөхәррире Тамара Юлдашева һәм Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мәүлиҙә Харисова халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын тергеҙеү һәм үҫтереүгә, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне, халыҡ араһында алып барған тәрбиәүи һәм хеҙмәт һабаҡтары өсөн Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Шулай уҡ съезд барышында фойела китаптар, ҡул эштәре, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторолдо.

(материалдар “Бәйләнештә” селтәренең “Ҡоролтай” төркөмөнән алынды).
Читайте нас: